Был баҫма Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Денис Назаровтың башланғысы менән нәшер ителгән. Әҙерләүсеһе – Башҡортостандың Журналистар союзы идараһы рәйесе, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәүлиҙә Яҡупова.
Китаптың баш аҫты “Ҡаланың унда йәшәүселәр яҙған тарихы” тип юҡҡа ғына аталмаған: бында тыуған яҡты өйрәнеүсе Рамаҙан Үтәғолов, журналист Мәүлиҙә Яҡупова, төҙөүсе-ветеран Фәндәс Мөхәмәтйәнов, “Росатом”дың хәрби төҙөлөш отличнигы Закир Сөләймәнов, Сибай ҡалаһы ҡала округы Советы секретары Эльза Мансурова, “Башмедьстрой” тресы ветераны Кәбир Яҡупов, БДУ-ның Сибай институты студенты Динислам Ишмөхәмәтов һәм башҡа бик күптәрҙең хәтирәләре тупланған. Йылъяҙманың төп ылыҡтырғыс үҙенсәлеге лә шунда: ул бер генә шәхси күҙлектән түгел (ул хатта ҡәләм оҫтаһы булһа ла), ә тотош авторҙар коллективының фекерләүе һәм баһалары нигеҙендә барлыҡҡа килгән, ә уларҙың барыһы ла тип әйтерлек – оҙаҡ йылдар ошо уҡ ҡаланың предприятиеларында һәм учреждениеларында эшләгән ветерандар. Уларҙың иҫтәлектәре Сибай ҡалаһының хәтирәләрен тәшкил итә лә инде, ҡала үҙенең тыуыуы, йылдам үҫеүе менән ошо авторҙарға һәм уларҙың хеҙмәттәштәренә бурыслы.
“Әгәр ҙә Сибайҙы ҡош осҡан бейеклектән ҡараһаң, иҫ китерлек гүзәл күренеш асыла: ҡала Көньяҡ Уралдың иң күркәм һырттарының береһе булған Ирәндек итәгендә урынлашҡан. Биләмәлә, осраҡлы рәүештә һибелгән ынйылар кеүек, алтын сығарыуҙан ҡалған ҙур соҡорҙар урынында эреле-ваҡлы зәңгәр һыу ятҡылыҡтары күҙҙе ҡамаштыра...” Был юлдар Сибай журналисы Валерий Леконцевтың мәҡәләһенән алынды. Ул мәҡәләһендә заводтарға, торлаҡ биҫтәләренә һәм шаулы урамдарға ғына түгел, ә ҡаланы уратып алған тәбиғәткә лә иғтибар итмәй ҡалмаған. “Ҡаланы төрлө яҡтарҙан, ғәйәт ҙур илдең төрлө мөйөштәренән килгән кешеләр төҙөнө”, тип яҙа ул. Ғәмәлдә бында тыумаған һәм үҫмәгән кешеләрҙе Сибай нимәһе менән үҙенә ғашиҡ иткән һуң? Китап шул турала тасуирлай ҙа инде.
Ҡала йылъяҙмаһында ҡалаға нигеҙ һалыу, тау һәм төҫлө металлургия сәнәғәте предприятиеларының барлыҡҡа килеү һәм үҫеү үҙенсәлектәре, сибайҙарҙың хеҙмәт ҡаҙаныштары тураһында бик күп мәғлүмәт тупланған. Уның тыуған яҡты өйрәнеүселәргә һәйбәт ҡулланма булырына шик юҡ.