Новости
19 Август 2020, 06:49

Мәләүез ауылдарында - "Үҫеш нөктәһе"

Яңы уҡыу йылы алдынан Мәләүез районының ике мәктәбендә - Воскресенск һәм Нордовка ауылдарында - һанлы һәм гуманитар профилле "Үҫеш нөктәһе" мәғариф үҙәктәре асыла. Улар юғары технологиялы заманса белем биреү ҡорамалдары менән йыһазландырыласаҡ.

Үҙәктәрҙе виртуаль ысынбарлыҡты күрһәткән 3D-принтерҙар, квадрокоптерҙар, фотокамералар, шахмат өсөн ҡоролмалар, 3D модулен эшләү өсөн программалар һәм башҡа йыһаздар тулыландырасаҡ. Һәр белем усағына мобиль интерактив комплекстар, 3D-принтерҙар, медицина тренажерҙары, кешегә тәүге ярҙам күрһәтергә өйрәтеү өсөн манекендар ҡуйыу ҡаралған. Бынан тыш, “Үҫеш нөктәһе”ндә махсус коллектив зона (коворкинг), медиазона һәм шахмат залдары ла бар. Ауыл уҡыусылары, проектҡа ярашлы, 3D моделләштереү нигеҙҙҙәренә өйрәнә аласаҡ.
Былтырҙан район "Заманса мәктәп" проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша, уға ярашлы, Ергән, Беренсе Май, Һабаш белем усаҡтарында "Үҫеш нөктәһе" эшләй башлаған. Яңы уҡыу йылынан был мәктәптәрҙә технология, информатика, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәрестәре яңы ҡоролмалар ярҙамында уҡытыла башлаясаҡ. Дәрестән һуң уҡыусылар үҙҙәрен яңы йүнәлештә һынап ҡарау мөмкинлегенә эйә.
Ергән урта мәктәбендәге "Үҫеш нөктәһе" мәғариф үҙәге Мәләүез ҡалаһының йәш техниктар станцияһы һәм Балалар-үҫмерҙәр ижад йорто менән тығыҙ бәйләнеш булдырған. Киләсәктә шулай уҡ Салауат ҡалаһындағы, Мәләүезтәге юғары уҡыу йорттарының филиалдары менән дә килешеүҙәр төҙөргә ниәтләйҙәр. "Үҫеш нөктәһе" төрлө яҡлап үҫешеп, радио һәм телестудия асыу, ауыл халҡын компьютерҙа өйрәтеү буйынса курстар ойошторорға планлаштыра.
Фото: Мәләүез районы хакимиәте сайты.
Автор: Карима Усманова.
Читайте нас