Новости
19 Август 2020, 06:53

Ил сиге асыҡ, тик һәр кем өсөн түгел...

Республиканың 200 меңдән ашыу кешеһенә бөгөн сит илгә сығыу тыйылған, сөнки уларҙың суд ҡарары буйынса түләнмәгән бурыстары бар. Шул иҫәптән араларында 13527 граждан бәлиғ булмаған балалары өсөн алимент түләмәй

Ошондай хоҡуҡты сикләү һәр кемгә янай, әгәр ҙә башҡарыу документында күрһәтелгән талаптарҙы үтәмәһә. Мәҫәлән, һалым һәм штрафтарын, алимент түләмәһә, бурысын бирмәһә.
Милеккә ҡарамаған төрҙәге башҡарыу документтарын ваҡытында үтәмәгәндәргә ошондай уҡ сикләү ҡаралған. Мәҫәлән, хеҙмәткәрҙе эшкә кире ҡайтарыу, эшмәкәрлекте административ туҡтатыу, законһыҙ төҙөлгән объектты һүтеү, сығарыу һәм башҡалар.
Граждандарҙы сит илгә сығыуын тыйыу үҙ һөҙөмтәһен бирә. Быйыл республика суд приставтары ҡарарҙары буйынса 390 мең кешегә Рәсәйҙән сығыу тыйылған булған. Уларҙың 185 меңе суд ҡарарын үтәп, бурыстарын түләгән.
Суд приставтары хеҙмәткәрҙәре граждандарға түҙемһеҙлек менән көткән ялдарын боҙмаҫҡа һәм алдан бурыстарын үтәп ҡуйырға кәңәш итә.
Бурыстарығыҙ барлығын Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы – https://r02.fssp.gov.ru/, шулай уҡ Дәүләт хеҙмәттәренең https://www.gosuslugi.ru/ сайттары аша белә алаһығыҙ.
Фото Башҡортостан Суд приставтары идаралығы сайтынан.
Автор: Рәмилә Мусина.
Читайте нас