Новости
17 Август 2020, 09:40

Рөстәм Ғәлиев: "Ләйләгә "ярты йыл үтеп китте, инде бәпәйләр инең", тим..."

Сығыштары менән Башҡортостандан булған Ләйлә һәм Рөстәм Ғәлиевтар - башҡорт-татар эстрадаһында яңы пар. Шуға ҡарамаҫтан, улар эстраданың иң тыйнаҡ һәм иң матур дуэттарының береһенә әүерелде. Улар ғаиләһендә ниндәй яңылыҡтар бар икән? Был хаҡта Рөстәм бына нәмә һөйләй.

- Ысынлап та, быйыл оло ҡыҙыбыҙ менән икенсе класты онлайн уҡып бөтөрҙөк. Үҙем уҡыған, "5"-леләрҙе үҙем алған һымаҡ булдым. Уҡытыусының ҡәҙерен бына шунда белә башлайһың икән ул. Ярай Интернет бар - һорауҙарға яуапты шунан ғына ҡараным. Әсәһе аңламай ҙа ҡалды. Аллаға шөкөр, "5"легә тамамланыҡ. Ләйлә "һин дә белемле булдың" тип көлә.
- Инстаграм битегеҙҙә "Рөстәмдең атаһы-әсәһе бармы, етем баламы ул?" тип яҙғандар.
- Бындай һүҙҙәргә иғтибар бирмәҫкә тырышам. Минең туғандарым иҫән-һау, Аллаға шөкөр. Ләкин улар йыраҡ йәшәй, ауылда торалар. Пандемия башланғас, балалар менән "теща"ға ҡайттыҡ. Ул ауылда үҙе генә йәшәй. "Теща"ның күршеһендә оло ҡыҙымдың дуҫтары бар.
- Рөстәм, һеҙ бит әле йәштәр. Ике ҡыҙығыҙға энекәш алып ҡайтырға теләмәйһегеҙме?
- Был хаҡта беҙгә гел әйтәләр. Бигерәк тә пандемия ваҡытында ғаилә хәлен ҡайғыртыусылар күп булды. Үҙем дә көлөп кенә Ләйләгә "ярты йыл үтеп китте, инде бәпәйләр инең", тим. Дөрөҫөн генә әйткәндә, эшһеҙ ятмайбыҙ. Ике көндөң береһендә Өфөлә мин.
- Ниндәй эшәр менән янып йөрөйһөң?
- Өфөлә йорт һалабыҙ, шуға күрә көнө-төнө шунда сабам. - Артисттар өсөн пандемия бер ҙә һөйөнөс килтермәне. Ә шулай ҙа һин уның ыңғай яҡтарын күрҙеңме?
- Уңайлы яҡтары бар, әлбиттә. Аллаға шөкөр, балалар менән бергә йоҡонан торабыҙ, бергә ятабыҙ. Ике ҡыҙым, ҡатын, "теща" - мин рәхәтләнеп "малинник"та йәшәнем. Быйыл яҙ килгәнен, таң атҡанын күрҙек, ҡоштар һайрауын ишеттек. Пандемия беҙҙе ергә төшөрҙө, тормоштоң йәмен күрҙек. Шәхсән мин был ялдар өсөн бик шатландым. Инде пандемия хәйере менән үтеп китһен ине.
Фото:Yashel-uzan.ru
Автор: Самат Ғәлин.
Читайте нас