Ҡыярҙарҙы 3-4 сәғәт һалҡын һыуҙа тотабыҙ ҙа яҡшылап йыуабыҙ. Борсаҡ менән ҡыярҙы банкаға тултырабыҙ, төбөнә укроп менән һарымһаҡ ҡуйып ҡалдырабыҙ һәм ҡайнаған һыу ағыҙабыҙ. 5 минут торғас, һыуын түгәбеҙ. Тағы таҙа ҡайнаған һыу һалабыҙ. Ҡабат 5 минут тотҡас, һыуын кәстрүлгә бушатабыҙ. Һыуға тоҙ, шәкәр ҡомо, аш һеркәһе, тәмләткестәр һалабыҙ һәм ҡайнап сыҡҡас, ҡыяр менән борсаҡ өҫтөнә ағыҙабыҙ. Ҡапҡас менән ябып, банканың аҫтын өҫкә ҡаратып, одеял менән ҡаплайбыҙ.