Йырсылар Зинира һәм Ризат Рамаҙановтарҙың ғаилә тормошонда был йәйҙә бер мөһим ваҡиға булырға оҡшап тора. «Зинира ла, мин дә тәмле итеп бәлеш бешерергә өйрәндек. Бәпәй яһарға тырыштыҡ. Тиҙҙән яңылыҡтар билдәле булмағайы. Ә, юҡ, ҡотларға ашыҡмағыҙ әле. Яһарға тырышалар тип кенә яҙығыҙ. Беренсе маҡсат – бәлеш бешерергә өйрәнеү, икенсеһе – бәпәй яһау ине. Беренсеһен булдырҙыҡ бит, икенсеһенә лә йыраҡ ҡалмағандыр тип уйлайым», – ти Ризат, уйынын-ысынын бергә ҡушып.