Ҡамыр өсөн:
125 грамм аҡ май, 2 йомортҡа, 2 груша, 120 грамм шәкәр, 2 стакан тирәһе он, йомшартҡыс.Йомшарған майҙы 100 грамм шәкәр менән ныҡ итеп туғыйбыҙ (миксер менән күперткәнсе туғыһағыҙ, тағы ла шәберәк) Берәмләп йомортҡаларҙы ҡушабыҙ. Был ваҡытта туҡтамай туғып торабыҙ. Ошо массаға иләп кенә он һәм йомшартҡыс ҡушабыҙ ҙа артабан ҡалаҡ менән болғатабыҙ.
Әҙер ҡамырҙы табаға ҡойоп, өҫтөнә йоҡа телемдәргә ҡырҡылған груша һалабыҙ ҙа, ике ҡалаҡтай шәкәр һибеп, мейескә оҙатабыҙ.
Бәлеш 180 градуслыҡ эҫе мейестә 1 сәғәт тирәһе бешә.
Табындарығыҙ - түңәрәк, ризығығыҙ тәмле булһын!