Новости
14 Август 2020, 12:26

Ҡысындырһа...

Ни өсөн кеше күҙгә күренерлек сәбәп булмаһа ла ҡысына. Ғалимдар был хаҡта күптән бәхәсләшә, тик бер ҡарарға һаман килә алмай. Быны аңлау өсөн тәүҙә баш мейеһендәге серҙәрҙе асыҡлау кәрәк, ти ҡайһы берәүҙәр. Һеҙҙең ҡарамаҡҡа белгестәр асыҡлаған ҡайһы бер ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе килтермәксебеҙ.

Баҡһаң, кеше көнөнә 97 тапҡыр тәнен тыр­най икән. Өҫтәүенә уның психологик яҡтан “йоғошло” булыуы асыҡланған. Кем­деңдер битен тырнағанын күрһәң, үҙеңдең дә тәнеңдә ҡысытҡан ер барлығын һиҙәһең. Йыш ҡына тән ҡысытыуҙың хайуандар йәки үҫемлектәр менән аралашҡандан һуң барлыҡҡа килеүе билдәле. Сәбәбе –токсин­дарҙа. Тәнде тырнағанда ҡан тамырҙары киңәйә, тире ҡыҙара. Был ваҡытта серотонин – “бәхет гормондары” бүленә.

Ғалимдар әйтеүенсә, шуға күрә кеше тырнауҙан туҡтала алмай яфалана. Ни тиклем ул урынды нығыраҡ ҡуҙғытаһығыҙ икән, шул тиклем ул нығыраҡ ҡысыта башлай, сөн­ки ҡанда гистамин күбәйә, һөҙөмтәлә баш мейеһенә сигналдар ебәрелә. Псориаз, экзема кеүек сирҙәрҙән яфаланған пациент­тарға тән тиреһенә тейергә ярамай, улар антигистамин препараттары ярҙамында ғына ҡысытыуҙы баҫа ала. Хроник ҡысыныу кешегә ҙур ауырлыҡтар, яфалар тыуҙыра, ул оҙайлы һәм сәбәпһеҙ төҫлө тойолғанда ла, табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ. Уның етди сир­ҙәрҙең сәбәбе булыуы ихтимал, ти белгестәр.
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА.
Читайте нас