Миңлесур Әхмәҙи ҡыҙы Арышпар ауылында ишле ғаиләлә тыуып үҫә. Бала сағынан йыр-моңға маһир була, һәләтле әсәһе бөтә балаларын да тиерлек гармунда, мандолинала уйнарға өйрәтә.
Ҡыҙ һигеҙ класты тамамлағас, Белорет ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһына уҡырға инеп, тимер сым һуҙыусы һөнәрен үҙләштерә. Һуңынан бер йыл Белорет металлургия комбинатында эшләй.
Әммә йыр-моңға ғашиҡ, нескә күңелле ҡыҙ һайлаған һөнәрен үҙһенмәй – күңеле сәнғәткә тартыла. Тыуған ауылына ҡайтып, клубта художество етәксеһе булып эшкә урынлаша.
Мөхәббәтен дә ҡыҙ тап шунда осрата. Әммә Миңлесур тиҙ генә ғаилә ҡорорға ашыҡмай. Бала саҡтан килгән хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына уҡырға инә.
Белорет һөнәрселек училищеһын тамамлап, ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡан Самат был ваҡытта Инйәрҙә тимер юлында слесарь булып хеҙмәт итә. 1989 йылда ғаилә ҡорған Сәлимгәрәевтәр Инйәрҙән иҫке генә йорт һатып алып, шунда төпләнә. Ғаиләгә йәм өҫтәп, мөхәббәт емештәре – ҡыҙҙары Альбина һәм улдары Ризат донъяға килә.
Бер нисә йылдан егәрле Сәлимгәрәевтәр иҫке йорттарының урынына ҙур, күркәм өй һала.
– Күп нәмәне ирем үҙ ҡулдары менән булдырҙы, әлбиттә, туғандарҙы йыйып, өмәләр ҙә ойошторҙоҡ. Өй һалыуы еңел эш түгел – берҙәмлек, тырышлыҡ талап итә. Беҙ йорт һала башлағанда, хәҙерге кеүек заманса материалдар ҙа юҡ ине, ирем кәрәкле ҡорамалдар әтмәләп, тәҙрә ҡапҡастарын, кәрниз-фронтондарҙы үҙе һырлап эшләне, – ти хужабикә.
Бөгөн Сәлимгәрәевтәрҙең йорттарында рәхәтләнеп йәшәр өсөн ҡалалағы кеүек бар шарттар ҙа тыуҙырылған. Биш йыл элек йорттарына зәңгәр яғыулыҡ уҙғарғандар. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре талаптарына ярашлы, ҙур ғына төкәтмә лә эшләгәндәр – душ бүлмәһе, башҡа уңайлыҡтар бөтәһе лә шунда урынлаштырылған.
Күптән түгел алтын ҡуллы йорт хужаһы, танышының ярҙамы менән тимерҙән сүкеп семәрле ҡапҡа эшләп, өйгә ингән урындағы ҡыйыҡты ла биҙәп ҡуйғас, донъялары тағы ла күркәмләнеп китә.
Ә егәрле хужабикә “өлгөлө йорт”тоң эсен дә, тышын да гөл-сәскәгә күмгән. Баҡсалағы ишелеп уңған йәшелсә, емеш-еләк тә – уның тырышлығы һөҙөмтәһе.
Геройҙарым эш урындарында ла һынатмай. Самат Харис улы 35 йыл бер урында – тимер юлында фиҙакәр хеҙмәт итеп, хөрмәт ҡаҙанған. Миңлесур Әхмәҙи ҡыҙы ла оҙаҡ йылдар Инйәр балалар баҡсаһында музыкаль етәксе булып ихтирам яулаған.
Әйткәндәй, Сәлимгәрәевтәрҙең икеһенең дә күңелдәренә ятҡан шөғөлдәре бар. Миңлесур ханым – “Тау шишмәһе” вокаль ансамбленең алмаштырғыһыҙ йырсыһы, төрлө конкурс-фестивалдәрҙә лә әүҙем ҡатнаша. Ә Самат Харис улы һуңғы йылдарҙа умартасылыҡ менән ихлас шөғөлләнә башлаған. Беҙ килгәндә лә умарталығында булып ҡалды. Иҫ киткес тәмле йүкә балын беҙгә хужабикә ауыҙ иттерҙе.
Әйткәндәй, Самат Харис улы гармунда һыҙҙырып уйнай икән. Ҙур сәхнәнән сығыш яһарға тартынһа ла, ғаилә байрамдарында икәүләп уйнап, йырлап мәжлестәрҙе биҙәйҙәр.
Ата-әсәләренә оҡшап, Сәлимгәрәевтәрҙең балалары ла тырыш, эшсән булып буй еткергән. Икеһе лә юғары белемле, Альбина “Урал-лизинг” компанияһында – менеджер, инженер һөнәренә уҡыған Ризат вахта ысулы менән илдең төрлө ҡалаларында эшләй.
– Ваҡыт бик тиҙ уҙа. Балалар әле генә бәләкәй ине, күҙ асып йомған арала үҫеп етте. Уларға бәхетле бала саҡ бүләк итергә тырыштыҡ, һәр көндөң ҡәҙерен белергә өйрәттек. Хәҙер төп маҡсатыбыҙ – ғәзиздәребеҙгә терәк-таяныс, кәңәшсе булып, тормошта үҙ урындарын табырға ярҙам итеү, – ти әсә.
Эйе, ваҡыт тиҙ уҙа. Сәлимгәрәевтәр кеүек тормоштоң асылын аңлаусылар ғына һәр көндән, мәлдән йәм табып, бәхетле йәшәй белә.
Белорет районы.