Ул Ишембай районының Биксән ауылында тыуып үҫкән, әле Ҡанаҡайҙа йәшәй.
“Мин ауыл китапханасыһы булып эшләйем, иптәшем менән ике бала тәрбиәләйбеҙ. Өлкән ҡыҙыбыҙ Стәрлетамаҡ медицина колледжында фельдшер hөнәрен үҙләштерә, быйыл I курсты тамамланы. Кесе ҡыҙыбыҙ ауылда VI класҡа бара. Күпләп мал тотабыҙ, hөт-ҡаймағын Ишембай баҙарында hатабыҙ. Шулай уҡ баҡсала йәшелсә үҫтерәбеҙ, уларҙан да ниндәйҙер кимәлдә аҡса эшләйбеҙ”, – тип яҙа беҙгә Алһыу.
Тик уларҙың ғаиләһе башкөллө эшкә батып ултыра тип уйларға ашыҡмағыҙ. Улар рәхәтләнеп ял да итә белә. Айырыуса ғаиләләре менән тәбиғәт ҡосағына сығырға яраталар.
– Шундай матур, иҫ киткес хозур ерҙә йәшәгәнебеҙгә шатланып бөтә алмайбыҙ. Мин тауҙарға ғашиҡ кешемен, уларҙан hәр ваҡыт көс-дәрт алам, рухи күтәренкелек кисерәм. Шуға күрә тәбиғәткә сыҡҡан саҡта фотоаппаратты онотмай, күңелемә ятҡан күренештәрҙе теркәп барам, – ти ул.
Һеҙ ҙә бәйгенән ситтә ҡалмағыҙ! Бер нисә матур фотоһүрәтегеҙҙе
alfia.85@bk.ru йәки
bashkortostan.gazeta@mail.ru электрон адрестарына “Йәшәйеш – ул үҙе бер миҙгел!..” фотоконкурсына” тип ебәреүегеҙ һорала. Шарттар буйынса, беҙ һеҙҙән хозур тәбиғәт күренештәре, замандаштар, йәнлектәр, төрлө мәлдәр сағылдырылған матур, йәнле эштәр көтәбеҙ. Шулай уҡ автор тураһында ҙур булмаған мәғлүмәт тә булһа ине. Еңеүсегә бүләк тапшырыласаҡ.
Тағы шуға иғтибар итегеҙ: яҡын арала фотобәйгенең шарты үҙгәрәсәк. Яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ.