Новости
14 Августа 2020, 12:32

Күркәм йортта уңған кешеләр йәшәй

Белорет районында иң ҙурҙарҙан һаналған Инйәр ауылын белмәгән кешеләр һирәк. Уның хозур тәбиғәтенә һәм шыңғырҙап торған эре, төҙ бүрәнәләрҙән һалынған йорттарына ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел.

Ауыл биләмәһе хакимиәтендә белдереүҙәренсә, йәштәр күпләп ауылда төпләнергә тырыша, ер участкаһы алып йорт төҙөргә теләгәндәр байтаҡ. Тәү сиратта ер йәш һәм күп балалы ғаиләләргә бүленә. Йыл һайын утыҙлап ғаилә өй туйлай.

Ауылдың Яңы урамында урын­лашҡан Саяповтарҙың йорто ла әллә ҡайҙан балҡып, бында тырыштар йәшәй, тип ултырған кеүек.

Фәнис Фәғил улы Манышты ауылында тыуа. Ата-әсәһе тимер юлында эшләй, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атаһы малайға өс кенә йәш тулған йылда ауырып мәрхүм була. Эш урынынан фатир бүлгәс, ике улы менән әсәһе Инйәргә күсеп килә. IX класты егет Инйәр мәктәбендә тамамлай, артабан Архангел һөнәрселек училищеһына уҡырға инә һәм тракторсы-машинист һөнәренә эйә була.

Ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, машинист ярҙамсыһына уҡып ала һәм тимер юлында эш башлай. Биш йыл ошо вазифала хеҙмәт итеп, ярайһы тәжрибә туплаған егәрле егетте, уҡып һөнәр нескәлектәрен камиллаштырыу менән, машинист итеп тәғәйенләй­ҙәр. Һәм бына ике йылдан ашыу инде Фәнис Саяпов – Инйәр – Дим – Абдулла маршруты буйынса йөрөгән поезда иң яуаплы кеше, былтыр тимер юлы техникумын тамамлап, диплом алған поезд машинисы.

– Ошо һөнәрҙе һайлағаныма бер ҡасан да үкенгәнем булманы. Атай-әсәйем башлаған тимер юлсылар династияһын дауам итеүем менән ғорурланам, – ти егет.

Уҫманғәле ауылы һылыуы Юлиә менән Маныштыла таныша егет. Ҡыҙ каникул мәлдәрен өләсәһендә үткәрергә ярата. Бер аҙ дуҫлашып йөрөгәс, йәштәр ғаилә ҡора. Юлиәнең атаһы ғүмер буйы водитель булып хеҙмәт юлын үтә, әсәһе “Ашығыс ярҙам” фельдшеры булып эшләй. Дауахана етәкселеге уға бәләкәй генә йорт бүлә, йәштәр өйләнешкәс, шунда йәшәй баш­лай.

Бала саҡтан эшкә күнегеп үҫкән, оҫта ҡуллы ғаилә башлығы бының менән ҡәнәғәтләнмәй, әлбиттә, йортҡа ҙур итеп төкәтмә эшләй. Өйҙөң башын ябып, заманса материалдар менән көпләп ҡуйғас, йорттары тағы ла күркәмләнә.

2010 йылда Саяповтарҙың йорттарын ҡотҡа мансып улдары Инсаф тыуа. Тағы ике йылдан Анфиса донъяға ауаз һала. Төпсөк улдары Нәфискә әле дүрт йәш.

– Үҙем ғаиләлә яңғыҙ үҫкәс, бер туғандары булған тиҫтерҙәремдән көнләшә инем. Шуға күрә кескәй генә сағымдан балаларым күп булһын тип хыялландым, – ти әсә.

Әйткәндәй, һөнәре лә уның кескәйҙәр менән бәйле, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй Юлиә.
Яҡын­дары ҡосағында иркәләнеп кенә үҫһәләр ҙә, балалары әҙәпле, тың­лаусан, аҡыллы. Инсаф мәк­тәптә яҡшы уҡый, бокс секцияһына, баян, бейеү түңәрәктәренә йөрөй. Анфиса ла – уҡыу алдынғыһы. Кес­кәй сағынан һүрәт төшөрөргә ярат­ҡан ҡыҙ һынлы сәнғәт, эстетика түңә­рәктәрендә шөғөлләнә. Нәфис әле балалар баҡсаһында тәрбиә­ләнә, ул да ағаһы, апаһы кеүек һәр нәмә менән ҡыҙыҡ­һыныусан, әүҙем бала булып үҫеп килә.

Әүҙем, татыу Саяповтар ғаилә менән бер саранан да ситтә ҡалмай: “Атай, әсәй, мин – спорт ғаиләһе” конкурсында ҡатнашып, призлы урын яулайҙар. Тырышып донъя көтәләр, мул итеп баҡса үҫтерәләр. Йортта бөтә шарттар, уңайлыҡтар булдырылған, хатта хәстәрлекле ата-әсә балалары өсөн ихатала бассейн, спорт ҡорамал­дары ла урынлаштырған. Өйҙә­ренең эсен дә, ихаталарын да тырыш хужабикә гөл-сәскәгә күмгән. Ауылда уларҙың ҙур, күркәм хужалығы “Өлгөлө йорт” тип танылған.

Әле Саяповтар йорттарының икенсе ҡатын эшләргә йыйына. Бының өсөн кәрәк-яраҡ һатып алынған. Хәҙерге заманда сауҙала ниндәй генә заманса төҙөлөш материалдары юҡ, аҡсаң ғына бул­һын. Ә тырыштар, маҡсат ҡуйып алға ынтылғандар уныһын таба ин­де ул. Саяповтар – тап шун­дайҙарҙан.
Автор: Римма СОЛТАНОВА.
Читайте нас