Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
14 Август 2020, 12:30
Енәйәтсене ҡыҙ өйөнә үҙе эйәртеп килтергән...
Ҡариҙел районында туғыҙынсы класта уҡыған ҡыҙ менән енси бәйләнешкә ингән 25 йәшлек ирҙе тотҡандар. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
Был ваҡиға ошо көндәрҙә бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре ҡыҙҙың әсәһе менән һөйләшкәндә асыҡланған. Ҡатын үҙенең үҫмер ҡыҙының бер ир менән енси бәйләнешкә әле апрелдә үк инеүен, быны уртаҡ ризалыҡ менән эшләүен белдергән. Хәл ҡыҙ әсәһе менән көн иткән йортта булған.
Полиция хеҙмәткәре ирҙе бүлеккә алып килгән. Ул үрҙәге хәлдең булғанын таныған. Әлеге ваҡытта енәйәт эше ҡуҙғатыу хаҡында мәсьәлә хәл ителә.
Асыҡланыуынса, 25 йәшлек ир быға тиклем ике тапҡыр хөкөм ителгән: уғрылыҡ һәм кеше торлағына законһыҙ ингән өсөн.
Ҡыҙ иһә был ирҙе өйөнә үҙе эйәртеп алып килгән...
Фото: 1pnz.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/En-y-tsene-i--y-n--e-ey-rtep-kilterg-n-409429/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"