Новости
14 Август 2020, 12:37

600 мең һум аҡса кемдәргә бирелә?

Шулай итеп, Башҡортостанда “Ауыл тренеры” программаһы эш башланы. 11 спорт төрө – спорт көрәше, бокс, көрәш, хоккей, биатлон, еңел һәм ауыр атлетика, уҡ атыу, каратэ, спорт йүнәлешле һәм тай боксы – буйынса 15 тренер 600 мең һумлыҡ сертификат аласаҡ. Был белгестәр Архангел, Бәләбәй, Белорет, Бөрө, Балтас һәм Өфө райондарынан.

“Аҡса ҡулға түгел, сертификат итеп бирелә. Уларҙы өй һатып алыуға йәки төҙөүгә тотонорға мөмкин. Беҙ – Рәсәйҙә ошо программаны тормошҡа ашыра башлаған берҙән-бер төбәк. Уның менән башҡалар ҙа ҡыҙыҡһына башланы. Әлегә уны өс йылға планлаштырғанбыҙ, 250 тренерға аҡса бирергә иҫәп тотабыҙ. Белгестәр әйтеүенсә, шулай итеп, ауылдарҙағы тренерҙарға ҡытлыҡты бөтөрәсәкбеҙ һәм спорт комплекстарын нығытасаҡбыҙ”, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Быға тиклем республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов, “Ауыл тренеры” программаһын финанслау 60 миллион һумға барып баҫасаҡ, тип белдергәйне. Әйткәндәй, быларҙың барыһы ла ил Президенты Владимир Путиндың башланғысы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проектына ярашлы мөмкин булды.

Фото: bashinform.ru
Автор: Айһылыу НИЗАМОВА.
Читайте нас