Новости
14 Август 2020, 12:17

400 миллионды йәшергән...

Өфөлә эшләгән эшҡыуарҙарҙың береһе һалым органдарынан 400 миллион һумды йәшергән. Кейем-һалым менән сауҙа иткән ир ике йыл дауамында документтар алмашыу эшендә хәйләләшкән.

Декларацияларҙа икенсе мәғлүмәт биреп, һалымының бер өлөшөн генә күрһәткән.
Байыҡҡан һайын шашҡан эшҡыуарҙың мөлкәтенә әлеге ваҡытта арест һалынған. Артабан уның яҙмышын суд хәл итәсәк.
фото: асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.
Автор: Лилия Нуретдинова.
Читайте нас