Йәшелсәләр менән тултырылған банкаларға һыу ҡоябыҙ. 10 минуттан һуң һыуҙы кире түгәбеҙ һәм ҡабаттан ҡайнатабыҙ. Һыу ҡайнап сыҡҡан арала һәр банкаға 2 аш ҡалағы тоҙ, 3 аш ҡалағы шәкәр, 1 аш ҡалағы уксус өҫтәп сығабыҙ. Ҡайнар һыу ҡоябыҙ ҙа, банкаларҙың ҡапҡасын ябабыҙ. Баш түбән ултыртып, төрөп ҡуябыҙ.