Билдәле булыуынса, 8 июндә Мәскәү уртаһында уның ҡатнашлығында авария теркәлеп, артист бәрелгән автомобиль хужаһы Сергей Захаров вафат була. Авария ваҡытында Михаил Ефремов алкоголь һәм наркотик тәьҫирендә булған. Актер үҙенең ғәйебен танымай, үҙе раҫлауынса, ул бер нимә лә иҫләмәй, авариянан һуң төшөрөлгән кадрҙарҙа үҙен саҡ “таный”. Ошо эшкә бәйле Михаил Ефремов өй һағы аҫтында ултыра.
Яңыраҡ актерҙың адвокаты Эльман Пашаев Михаил Ефремовтың йөрәге шәптән булмауы тураһында һөйләгәйне. Уның һүҙҙәренсә, уға “Ашығыс ярҙам” саҡырғандар, әммә ул дауаханаға ятыуҙан баш тартып, 11 августа судҡа барырға булған.
Суд ултырышы барған ваҡытта Михаил Ефремов үҙен насар тоя, уны дауаханаға алып китәләр. Мәскәү ҡалаһының Боткин дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре актерға инсульт булғанлығын дөрөҫләне. Адвокаты белдереүенсә, уға бер нимә лә янамай. “Ефремовҡа инсульт булғанын табиптар раҫланы. Уның хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана, ғүмеренә ҡурҡыныс янамай”, – тип белдерҙе Эльман Пашаев.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Mihail-Efremov-a-nim-bul-an-408073/