Новости
13 Август 2020, 08:05

ҠАРА НӨКТӘ?

Аҡыл эйәһе уҡыусыларын йыйып алған да кескәй генә ҡара нөктә төшөрөлгән аҡ ҡағыҙҙы күрһәткән. - Бында нимә күрәһегеҙ? – тип һораған. - Ҡара нөктә!.. – тип ҡысҡырған уҡыусылары бер тауыштан.

Яуап аҡыл эйәһенә оҡшамаған.
- Һеҙ иң беренсе аҡ ҡағыҙҙы күрмәйһегеҙме ни? Ул бит нөктәгә ҡарағанда күпкә ҙурыраҡ! – тип аптыраған.
...Тормошта ла шулай. Йыш ҡына беҙ кешеләрҙә, тәү сиратта, ниндәйҙер насар нәмәне күрәбеҙ. Булмаһа, эҙләйбеҙ. Тапмаһаҡ, уйлап сығарабыҙ.
Автор: Лилия Такаева.
Читайте нас