Тимур ағайыма
Өҙөлөп һағынғанмын һине, ағай...
Етмәгән шул наҙлы һүҙҙәрең.
Минән бик алыҫта булһаң да һин,
Иҫкә төшә зәңгәр күҙҙәрең...
Һағындым мин ҡыйыу аҙымыңды,
Һүрәтеңде ҡарап ултырҙым.
Унан миңә һин йылмая инең –
Ҡараштарың өмөт тыуҙырҙы...
Өҙөлөп һағынғанмын һине, ағай...
Армияға киттең бер көндө.
Һалдат булыр өсөн юлға сыҡтың,
Хәүефтәргә һалып һеңлеңде.
Һиңә табан юлдарым оҙон, беләм,
Тыйып торам әле аҙымды.
“Һеңлем минең...” – тинең ауыр саҡта,
Яҡынайҙың, бүлеп наҙыңды.
Өҙөлөп һағынғанмын һине, ағай...
Көтәм һинең ҡайтыр көнөңдө.
Яҡты ҡояш нурҙары ла миңә
Хәтерләтә һинең күңелде.
Һиҙәм һаҡлауыңды
Олатай!
Сәләм ебәр әле, зинһар,
Күктәрҙән булһа ла ул сәләмең.
Ҡапыл юлыҡтым
Бәхетһеҙлектәргә,
Ғәйепте танымайынса үҙем...
Һин мине аңлайһың,
Беләм, күрәһең.
Ғәфү ит хаталарым өсөн мине...
Кәңәш бир әле?!
Йыш аптыратам – сәйермен,
Юғалтып киттем
Ҡапыл
Үҙемде...
Тәрән һүҙҙәрең йөрәктә ятһа ла,
Тотҡо килә йылы ҡулдарыңды.
Үҙем күрмәһәм дә, йәнең – янымда,
Бала саҡтан һиҙәм һаҡлауыңды...
Һиңә мәңгегә
Нисә йыл үтте, бала саҡ китте...
Алдымда хәҙер – оло тормош.
Һине һөйөп, юғалттым үҙемде,
Йөрәгемдә ойоно бит бер ҡош...
Нисә йыл үтте, һин үҙгәрмәнең,
Һаман да ялтырай күҙҙәрең...
Биләп алдың нескә күңелемде,
Ишетелә һуңғы һүҙҙәрең...
Нисә йыл үтте, тик йылмайыуың
Шулай уҡ аҡылдан яҙҙыра...
Мөхәббәтле мәлем артта ҡалһа ла,
Иҫкә ал һин мине аҙ ғына!..
Ысын мөхәббәт
Башыма атҡан кеүек беренсе һөйләшеү,
Таянысым, иң яҡшы дуҫым булдың.
Уянғас та, иҫемдә беҙҙең осрашыу,
Күҙ алдымда торҙо һуңғы ҡарашың.
Серле ҡараштарым йылмайғанда,
Һин дә миңә шул саҡ ҡараның,
Асылдым мин һиңә һөйләшкәндә,
Тик ниңә һуң бергә булманың?
Аңла, юғалма, ишет һүҙемде,
Ярты йөрәк булһын һиңә.
Ҡурҡһам да, астым серемде бына,
Бүләк сәскәләрең дә ниңә шиңә...
Өфө ҡалаһы.