... Витриналарҙы ҡарай- ҡарай, сауҙа үҙәге буйлап китеп барам. Бөтә ерҙә байрамса кәйеф, биҙәлгән ҡупшы шыршылар, тик мин генә барыһына битараф, күңелһеҙ һәм яңғыҙ... Башымдағы тыңлауһыҙ шәпкәмде ара - тирә күтәргеләп, төҙәткеләп алам да йәнә тирә-яҡты байҡайым.Таныш- тонош күренмәйме? Алдыма кинәт бер егет килеп баҫты һәм чек менән бергә билетын һондо. Бер ни ҙә аңламаным. Ул ҡыҫҡаса ғына аңлатты, техника бүлегендә лотерея уйнаталар, ә уның көтөргә ваҡыты юҡ. Ырғытырға йәл, имеш...
Музыка яңғыраған өсөнсө ҡатҡа күтәрелергә булдым. Ситкәрәк барып баҫып, лотерея уйнатҡандарын күҙәтәм. Минең номерҙы ҡысҡырғас, ышанмай торҙом. Дәррәү ҡул сабалар, гөлләмә тотторҙолар, бер ҡап кәнфит... Бүләктең дә ниндәйе - мин хыялланған ҡиммәтле фотоаппарат! Бөтөнләй таныш булмаған егет байрамға шундай ҙур бүләк яһар тип кем уйлаһын! Ошо отоштан һуң тормошомда байтаҡ яҡшы үҙгәрештәр булды, фотографтар курсына яҙылдым, дуҫтарым артты. Тик тылсымсы егетте осратҡаным юҡ, күреп рәхмәт әйтәһе ине.