Новости
12 Август 2020, 06:47

Рәсәйҙә ғаиләләргә ниндәй ярҙам ҡаралған?

Һуңғы ваҡытта илебеҙҙә дәүләт тарафынан балалы ғаиләләргә күрһәтелгән социаль ярҙам артты. Законға ярашлы, ғаиләләргә күрһәтелгән ошо ярҙам төрҙәренә айырым туҡтап китәйек.

Балаларҙы яҡлау буйынса закондар

Рәсәйҙә балалар хоҡуғы Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы, Ғаилә кодексы, Граждандар кодексы, Торлаҡ кодексы, “Рәсәй Федерацияһында балалар хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы, “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы, “Рәсәй Федерацияһында инвалидтарҙы социаль яҡлау тураһында”ғы, “Етем балаларға һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға социаль яҡлау буйынса өҫтәмә гарантиялар тураһында”ғы федераль закондар һәм башҡа норматив-хоҡуҡи акттар менән көйләнә.

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2017 йылдың майында 2018 – 2027 йылдарҙы Рәсәйҙә Балалыҡ ун йыллығы тип иғлан итеүе тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул балаларҙы яҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен камиллаштырыу маҡсатын ҡуя.

Пандемия осоронда күрелгән саралар

Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса коронавирус таралыу хәүефе булған шарттарҙа балалы ғаиләләргә дәүләттән өҫтәмә ярҙам ҡаралған.

Улар:
l өс йәшкә тиклемге һәр балаға 5000 һум күләмендә өҫтәмә түләү;
l июлдә 16 йәшкә тиклемге балаларға 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр түләү;
l 12 ай килеме буйынса уртаса килем бер кешегә ике төбәк йәшәү минимумынан кәм булған ғаиләләрҙә өс йәшкә тиклемге беренсе һәм икенсе балаға ай һайын түләү;
l бер кешегә уртаса килемдәре төбәк буйынса йәшәү минимумынан кәм булғанда, өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға ай һайын пособие;
l ата-әсәнең береһе эшһеҙ тип табылһа, эшһеҙлек буйынса пособие менән бергә һәр бәлиғ булмаған бала өсөн июнь-август айҙарында 3000 мең һум күләмендә пособие ала;
l эшләмәгән граждандар өсөн йәш ярымға тиклемге балаларҙы ҡарау буйынса пособие 6752 һумға арттырылды.

Әсәлек капиталы программаһы киңәйтелде

Яңы йылдан беренсе балалары тыуған ғаиләләр 466617 һум күләмендә түләү аласаҡ. Икенсе бала тыуғанда әсәлек капиталы 150 мең һумға артып, 616617 һум тәшкил итәсәк. Бынан тыш, ул йыл һайын ҡайтанан индексацияланасаҡ. Шулай уҡ закон буйынса сертификат һәм аҡса биреү ваҡыты ҡыҫҡартыла, әсәлек капиталына ғариза биреү тәртибе ябайлаштырыла.

Рәсәй Пенсия фонды сертификатты биреү тураһындағы ҡарарҙы биш эш көнө эсендә ҡабул итергә тейеш, элекке кеүек 15 көн буйына түгел. Пенсия фондына ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе асыҡлау талап ителгән осраҡта, был ваҡыт 15 көнгә тиклем оҙайтылыуы ихтимал, ә элек бының өсөн ай бирелде. Ғариза биргәндән һуң бер көн эсендә әсәлек капиталын алыусыға ҡарар билдәле буласаҡ.

Хәҙер ғаиләләргә дәүләт хеҙмәттәрен алыу өсөн документтар тупланмаһын, шулай уҡ йәшәгән урыныңды раҫлаған документ йыйырға тура килмәйәсәк. Пенсия фонды үҙе тейешле мәғлүмәтте асыҡлаясаҡ.
Программа 2026 йылға тиклем дауам итәсәк.

Һалымдан азат ителә

Закон буйынса беренсе һәм икенсе бала тыуыу йәки уллыҡҡа алыу менән физик шәхес өсөн һалымдан (НДФЛ) азат итеү ҡаралған. Һалым кодексына ла үҙгәрештәр индерелгән – НДФЛ һалынмаған килемдәрҙең исемлеге киңәйтелгән.

Мәктәп һәм балалар баҡсаһы

Ҡануниәткә индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, бер адрес буйынса йәшәгән балаларға бер үк мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына йөрөтөүҙә өҫтөнлөк бирелә. Был закон балалы ғаиләләргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.

Ғаилә һәм балалар – өҫтөнлөк

Рәсәй Конституцияһына индерелгән төҙәтмәләр балаларҙы, ғаиләне, әсәлекте һәм атайлыҡты яҡлауға йүнәлтелгән, йәғни унда Рәсәй дәүләт сәйәсәтендә балалар мөһим өҫтөнлөк булып тора. Дәүләт балаларҙың бөтә яҡлап рухи, әхлаҡи, интеллектуаль һәм физик үҫешенә, уларҙа илһөйәрлек, гражданлыҡ һәм өлкәндәргә хөрмәт тәрбиәләү өсөн шарттар тыуҙыра. Дәүләт, ғаилә тәрбиәһе өҫтөнлөгөн тәьмин итеп, ҡарауһыҙ ҡалған балаларға ҡарата ата-әсә бурыстарын үҙенә ала” тиелә.
Автор: Рәмилә Мусина.
Читайте нас