Новости
12 Август 2020, 06:41

Пневмония элек тә хәүеф тыуҙырған

Коронавирус пандемияһы осоронда пневмония менән сирлеләр артыуын күрәбеҙ. Ул элекке йылдарҙа ла йоғошло ауырыуҙарҙың береһе булған.

Роспотребнадзор мәғлүмәттәренән күренеүенсә, былтыр республикала пневмонияның 21870 осрағы теркәлгән. Ҡала кешеләре күберәк сирләгән (65,6 процент), ауылда йәшәгәндәр әллә ни бирешмәгән (34,4 процент).

Балалар араһында ла был сир йыш осраған, 17 йәшкә тиклемге 8866 бала уны йоҡторған. Пневмониянан 135 кеше вафат булған, шул иҫәптән дүрт бала. Сир күрһәткестәре Волга буйы округындағы күрһәткестәрҙән бер аҙға түбәнерәк булһа ла, дөйөм Рәсәй күрһәткесенән 4,3 процентҡа юғарыраҡ.

Былтыр иң юғары пневмония күрһәткестәре Күгәрсен, Балтас, Баймаҡ, Әлшәй райондарында теркәлгән. Пневмония – хәүефле, түбәнге тын алыу юлдарының киҫкен сире, үпкә туҡымаһын зарарлай, һауа тулған альвеоляр киңлеген шеш шыйыҡлығы менән тултыра.

Фото: autogear.ru
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА.
Читайте нас