Новости
12 Август 2020, 06:46

Кем ер алыу мөмкинлегенә эйә?

“Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законының 12.1-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында” Закон ғәмәлгә инде.

– Закон өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашып алданған кешеләрҙең мәнфәғәттәрен яҡлау маҡсатында ҡабул ителде. 2017 йылда проблеманы хәл итеү өсөн беҙ инвесторҙар өсөн торлаҡ төҙөүгә ер участкаларын сауҙа уҙғармайынса ғына алыу мөмкинлеген биргән закон ҡабул иттек. Шул уҡ ваҡытта яңы йорттағы фатирҙарҙың бер өлөшөн улар икенсе төҙөүсе тарафынан алданған өлөшләтә төҙөүҙә ҡатнашыусыларға бирергә тейеш. Был норма майҙаны 10 мең квадрат метр һәм унан да күберәк тәшкил иткән төҙөлөүсе торлаҡҡа ҡарата ғәмәлдә булды, ләкин ошо законды тормошҡа ашырыу тәжрибәһе күрһәтеүенсә, бәләкәй ҡалаларҙа был алым эшләмәй, шуға күрә беҙ был сикләүҙе ғәмәлдән сығарҙыҡ, – тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
Автор: Рәмилә Мусина.
Читайте нас