Новости
12 Август 2020, 06:27

Бөйөк көс ул - Интернет

Июль айының һуңғы көндәрендә баш ҡаланың Калинен районы хакимиәте башлығы Сергей Кожевников райондың ремонт яһалған ихаталарына барып, эштәр барышын тикшергәйне. Был турала интернетта мәғлүмәт баҫылып сыҡҡас, райондың башҡа ихаталарында йәшәгән кешеләр ҙә мөрәжәғәт итә башланы. “Инцидент” системаһы Илдар Ғилмановтың мөрәжәғәтен теркәне.

– Беҙгә Шакша биҫтәһенә, Мәсетле урамы 6, 6А йорттары ихатаһына ла килегеҙ. Былтыр ихатаға алфальт түшәнеләр, ә быйыл йылылыҡ селтәрен ремонтлаған саҡта өс урындан уны ҡаҙҙылар. Аҙаҡ ике соҡорға ҡырсынташ һалдылар, ә өсөнсөһө, ихатанан сыҡҡан урында урынлашҡаны, әле һаман асыҡ тора. Айҙан ашыу ваҡыт үтте, ә ихата һаман ҡурҡыныс хәлдә ята, – тип яҙҙы ул.
Район хакимиәте белгестәре хәлде тикшерҙе һәм аңлатма бирҙе. Баҡһаң, бында “БашРТС” белгестәре инженер коммуникацияларына ремонт яһаған. Шуға күрә уларға асфальт япмаһын алырға тура килгән. Төҙөкләндереү эштәрен иһә ойошмала1 сентябргә тиклем тамамларға һүҙ биргәндәр.
Тик күп тә үтмәй, тағы бер ҡыуаныслы яңылыҡ билдәле була. “БашРТС” белгестәре сентябрҙе көтөп тә тормай, төҙөкләндереүҙе 5 августа тамамлап ҡуйған. Емерелгән урынға яңы асфальт түшәлгән.
Эштәрҙең былай тиҙ килеп сығыуына шатланған Илдар Ғилмановтың “Интернет – бөйөк көс” тигән яуабы йылмайтты. Эйе шул, интернет менән дөрөҫ файҙалана белһәң, уның көсө ҙур.
Фото: Калинин районы хакимиәте.
Читайте нас