– Көн һайын 35 тирәһе кеше зарарлана. Тигеҙ барабыҙ. Был аҙна эсендә пневмония менән сирләүселәр һаны ла кәмене һәм һауыҡҡандар сирләй башлағандар һанынан артты. Был – бик яҡшы индикатор, – тине Радий Фәрит улы.
Радий Хәбиров ябай ҡағиҙәләрҙе онотмаҫҡа саҡырҙы: битлек режимы һәм социаль дистанция һаҡлау, күп кешеләр ҡатнашҡан сараларҙы кәметеү һәм дезинфекция сараларын файҙаланыу.
Башҡортостанда коронавирус пандемияһы башланыу менән бөтәһе 7094 кеше зарарланған, һуңғы тәүлектә 34 кеше. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, әле стационарҙа 300 кеше ята, 236 кешенең хәле уртаса ауырлыҡта, 29 кеше – ауыр хәлдә. 1384 кеше амбулатор дауа ала. 5384 кеше һауыҡҡан. Һуңғы тәүлектә үлгән кешеләр юҡ. Һандарҙың тотороҡло булыуы сираттағы платоға сығыу тураһында һөйләй.
Ауыл хужалығы тармағы ҡыуандыра
Көндәрҙең ямғырлы тороуына ҡарамаҫтан, Башҡортостанда уңыш йыйыу кампанияһы юғары темптар менән бара. Был турала ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов һөйләне.
7 авгусҡа ҡарата ауыл хужалығы эшсәндәре ужым культураларының 69 процентын һәм яҙ сәселгән уңыштың 7 процентын йыйған, 670 мең тоннанан ашыу ашлыҡ һуғып алынған. Был былтырғы күрһәткестәрҙән күберәк. Башҡортостан буйынса уртаса уңыш гектарынан 7 центнерға артҡан. Был минераль ашламаларҙы күпләп файҙаланыу һәм элиталы орлоҡтар сәсеүгә бәйле.
Ашлыҡ йыйыу буйынса алдынғы булып Бүздәк, Илеш, Саҡмағош, Ҡырмыҫҡалы һәм Ауырғазы райондары тора. Ҡайһы бер райондарҙа 2021 йыл өсөн ужым сәсеү башланған да.
– Ауыл эшсәндәренә ҙур рәхмәт. Әле ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һауа шарттары ауыр тора. Тик ваҡыт етерлек, матур көндәр буласаҡ. Быйыл беҙҙе ҡыуандырырһығыҙ тип ышанабыҙ. Ә беҙ үҙебеҙҙең яҡтан һеҙгә ярҙам итеү юлдарын ҡарарбыҙ. Мин техника, минераль ашлама, элиталы орлоҡтар алыу тураһында әйтәм, – тине Радий Хәбиров.
Имтихан һөҙөмтәләре ҡыуандырҙы
Кәңәшмә ваҡытында Берҙәм дәүләт имтихандарына йомғаҡтар яһалды. Һөҙөмтәләр менән республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин таныштырҙы.
Быйыл республикала имтиханды 100 балға тапшырғандар артҡан. Уларҙың һаны – 127. Иң яҡшы һөҙөмтәләр химиянан, уны 35 кеше 100 балға яҙған, артабан рус теле – 25, информатика һәм физиканан 20-шәр кеше иң юғары балл йыйған.
– Өс сығарылыш класс уҡыуысыһы мультибалник булды, тимәк, улар бер юлы бер нисә предметтан 100 балл алған. Улар Өфөнөң 153-сө мәктәп һәм 83-сө лицей уҡыусылары. Был ике мәктәптән, дөйөм алғанда, 22 кеше 100 балл йыйған, – тине Айбулат Хажин.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 124 юғары балл йыйған уҡыусыларҙың 45 проценты республика вуздарына барырға йыйына. Ҡалғандар сит төбәктәргә китеп уҡымаҡсы. Сағыштырыу өсөн: былтыр абитуриенттарҙың 17 проценты ғына республикала ҡалған.
– Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләренән сығып шуны билдәләргә мөмкин: республикала дәүләт имтихандарын үткәреү буйынса һөҙөмтәле система булдырылған, – тине министр.
Быйыл, ысынлап та, күп предметтар буйынса уртаса балл яҡшырған. Мәҫәлән, рус теле, физика, география, немец теле, инглиз теле һәм әҙәбиәт буйынса һөҙөмтәләр яҡшы. Ә бына математика, информатика һәм химия буйынса әҙерәк түбәнәйгән. Шул уҡ ваҡытта ошо өс предмет буйынса нәтижәләр Рәсәй күрһәткестәренән юғарыраҡ.
Айбулат Хажин белдереүенсә, быйыл тәүге тапҡыр Башҡортостан Башлығы башланғысы менән 100 балға имтихан тапшырған уҡыусыларҙы әҙерләгән уҡытыусылар өсөн 50 мең һум күләмендә премия түләнәсәк. Республикала ундай уҡытыусылар һаны йөҙҙән ашыу.
– Бөгөнгә ҡарата был премияны 106 уҡытыусы алырға тейеш. Иртәгә тамамланасаҡ аппеляция һөҙөмтәләре буйынса уларҙың һаны саҡ ҡына үҙгәреүе ихтимал, – тине Айбулат Хажин. – Премия түләү өсөн 5,5 миллион һум самаһы өҫтәмә аҡса кәрәк буласаҡ. Был аҡса бюджетҡа һалынмаған, уны бүлеүҙе һорайбыҙ.
Радий Хәбиров, был маҡсатҡа мотлаҡ аҡса табыласаҡ, тине. Мәғариф министрлығы был премияны Уҡытыусылар көнөндә, 5 октябрҙә, түләргә йыйынған. Башҡортостан Башлығы түләүҙәрҙе тиҙләтергә һәм августа уҡ бирергә ҡушты.
Беҙҙә яңы зоопарк барлыҡҡа киләсәк
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кәңәшмәлә зоопарктар мәсьәләһен күтәрҙе. Өфө буйлап эш сәфәре барышында ул Менделеев урамында күсмә зоопаркты күреп ҡалған һәм уның менән ризаһыҙлығын белдерҙе.
– Беҙҙә бындай объекттар булмаҫҡа тейеш. Тәҡдимдәр әҙерләгеҙ. Күсмә зоопарктың нимә икәнлеген яҡшылап өйрәнегеҙ, унда йәнлектәргә бик ауыр. Күҙ алдына килтерегеҙ, ҙур айыу өскә өс метр майҙанда йәшәһен әле. Федераль кимәлдә лә уларҙы бөтөрөү тураһында уйлайҙар. Беҙгә республикалағы хәлде контролгә алырға кәрәк. Цивилизациялы илдәрҙә улар әллә ҡасандан юҡ, – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе фекеренсә, күсмә зоопарктарҙы бөтөрөп, Өфөлә ҙур заманса зоопарк төҙөргә кәрәк.
– Был бик ҙур һәм күләмле эш. Ул бер йылға ғына түгел, кәмендә дүрт-биш йыл дауам итеүе ихтимал. Бурыс шундай – ҡалаларҙа һәм райондарҙа күсмә зоопарктарҙы бөтөрөргә. Өфө иһә ҙур, заманса зоопарк төҙөү менән шөғөлләнһен. Унда йәнлектәргә уңайлы булырға тейеш. Кешеләр килһен, ҡараһын, балаларға был кәрәк. Миллионлы ҡалала заманса зоопарк булырға тейеш тип иҫәпләйем, – тине ул.
Күңелһеҙ күрһәткестәр ҙә бар
Был аҙнала нисә кеше һыуға батҡан, аварияларҙа һәм янғындарҙа һәләк булған? Был һандар тураһында һәр ваҡыттағыса оператив кәңәшмә ваҡытында билдәле булды.
Көндәр һыуытҡанғамы, һыуҙа батыу осраҡтары кәмене. Тик барыбер тулыһынса бөтмәне. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, үткән аҙнала һигеҙ кешенең ғүмере һыу ятҡылыҡтарында өҙөлгән. Шул уҡ ваҡытта ҡотҡарыусылар алты ғүмерҙе алып ҡалыуға өлгәшкән.
Янғындарға килгәндә, уларҙың һаны – 155. Бер кешенең ғүмере өҙөлгән. Быйыл янғындарҙа үлгәндәр һанын кәметеүгә өлгәшелгән. Былтырғы ошо ваҡыт менән сағыштырғанда 35 кешегә кәмерәк янып үлгән. Был осорҙа һигеҙ урман янғыны теркәлгән.
Комитет рәйесе киҫәтә: урмандарҙа емеш-еләк һәм бәшмәк йыйырға тип киткән кешеләр юғала башлаған. Үткән аҙнала ғәйеп булғандар табылған, тик башҡаларға ла һаҡ булырға, белгән урынға ғына йөрөү кәрәк.
Үткән аҙнала һауа торошо ҡыуандырманы. Улай ғына түгел, ҙур проблемаларға ла килтерҙе.
– Көслө ел арҡаһында 7 августа Балаҡатай районындағы Яңы Балаҡатай ауылы мәктәбенең ҡыйығы зыян күрҙе. Өфөлә 28 ағас ауҙы, 11 транспорт сараһы зыян күрҙе. Ике кеше йәрәхәтләнде. Көйөргәҙе районында ла ике шәхси йорт ҡыйығы емерелде. 9 августа Белорет районының Николаевка ауылында ике айлыҡ ямғыр нормаһы яуҙы. Тупраҡтың артыҡ дымланыуы арҡаһында шулай уҡ ағастар ҡоланы, машиналар ҡазаланды, – тине Фәрит Ғүмәров.
Ә бына аварияларға килгәндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бында аҙна һайын тиерлек артыу күҙәтелә. Республиканың Юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев хәбәр итеүенсә, был ваҡыт арауығында теркәлгән 90 юл-транспорт фажиғәһендә 103 кеше йәрәхәтләнгән, 17 кешенең ғүмере өҙөлгән. Ял көндәрендә генә биш кеше һәләк булған. Бында туҡтауһыҙ ямғырҙар һәм тиҙлекте арттырыу ғәйепле. Рулдә ултырған иҫеректәрҙе асыҡлау буйынса ла эштәр дауам итә.