Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
10 Август 2020, 06:28
Кем бесәйҙәрҙе пакетта ташлап киткән?
Баш ҡаланың ветеринар клиникаларының береһендә күңелде ҡырырлыҡ ваҡиға булған: оло йәштәге ханым, ике ярайһы уҡ үҫкән бесәй балалрын бәләкәй пакетҡа һалып, ныҡ итеп бәйләп, клиникала ташлап киткән.
Йорт хайуандары яҙмышына битараф булмаған ирекмәндәр был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә хәбәр иткән.
- Пакетты ишек төбөнө һелтәп киткәндәрен камера аша ғына ҡарап белдек. Унда ярайһы уҡ оло йәштәге ҡатынды төҫмөрләнек. Бесәй балаларына йорт һәм хәстәр талап ителә, - тип яҙа был хәлгә битараф булмағандар.
Пакетта ике бесәй балаһы - “малай” һәм “ҡыҙ” булған.
Әлеге ваҡытта уларҙы ваҡытлыса үҙендә ҡалдырған кеше табылған. Бесәй балаларын стерилләштереп, изге күңелле кешеләргә бирергә ниәтләйҙәр.
Ә бәләкәстәрҙе шундай ысул менән ташлап киткән ҡатынды намыҫы борсоймо икән?
Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
Фото:
ufa.kp.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Kem-bes-y-r-e-paketta-tashlap-kitk-n-402187/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"