Ул балаға үҙең иркен, яҡшы тойоу өсөн тән температураһын, дымлылыҡты, һауа алмашыныуын һаҡлаған микроклимат тыуҙырырға тейеш. Дөрөҫ һайланмаған костюм йәки уның сифатһыҙ булыуы уңайһыҙлыҡтар тыуҙырыуҙан тыш, уҡыусының сәләмәтлегенә зарар килтерә. Мәҫәлән, контактлы йәки атопик дерматит, тын алыу сирҙәре башланыуы ихтимал. Кейем тәбиғи материалдарҙан тегелергә, изделиеларға ҡарата ҡабул ителгән бөтә талаптарға яуап бирергә тейеш. Мәктәп формаһы һатып алғанда ошо мөһим нимәләргә иғтибар итһәгеҙ ине.
Кейемдең маркировкаһын ентекләп ҡарағыҙ, етештереүсе тураһында мәғлүмәт менән танышығыҙ, туҡыма составын өйрәнегеҙ. Кейем мотлаҡ ярашлылыҡты раҫлаған процедураны үтергә һәм Таможня союзы ағзалары – дәүләттәр баҙарында продукция әйләнешенең уртаҡ билдәһе менән маркировкаланған булырға тейеш. Шунһыҙ балалар кейеме һатылмай!
Изделиеларҙы нисек тәрбиәләү кәрәклеген күрһәткән символдарға иғтибар итегеҙ, мәҫәлән, “химчистка” билдәһе булһа, был кейемде алмау яҡшыраҡтыр. Химик матдәләрҙең сәләмәтлеккә зыян килтереүе мөмкин.
Форма өсөн файҙаланылған туҡыма кәм тигәндә 50 процент йөндән, кизе -мамыҡтан йәки вискозанан торорға тейеш. Балалар өсөн кейем һайлағанда уның сифатын һәм хәүефһеҙлеген раҫлаған документтарҙы һорарға тартынмағыҙ. Ярашлылыҡ сертификаты тип атала ул.
Көҙгө миҙгелдә мәктәп формаһы өсөн кизе-мамыҡ, етен туҡымаһанан тегелгән кейем уңайлы булһа, ҡышҡылыҡҡа йөн һәм кашемирҙан тегелгән изделиеләр яҡшы. Синтетик туҡыманан тегелгән кейем арзанлығы менән өҫтөн, әммә ул тәнгә тын алырға ирек бирмәй, һөҙөмтәлә йылы алмашыу боҙола, бала тирләй, аҙаҡ өшөй һәм һалҡын тейҙерә.
Синтетик туҡыма үҙенә бысраҡ, туҙан һәм төрлө микроорганизмдарҙы тартыусан, шуға күрә аллергия тыуҙырыуы ихтимал. Өҫтәүенә ул статистик электр зарядын тупларға һәләтле, ә был баланың нервы системаһына кире тәьҫир итә, арыта, ҡуҙғыта.
Кейемде еҫкәп ҡарағыҙ, ауыр еҫ һиҙелмәйме? Насар еҫ текстиль материалдарҙа зарарлы, хатта хәүефле химик матдәләр булыуы тураһында иҫкәртә.
Балаға яңы кейемдә уңайлы булырға тейеш! Ул артыҡ тар булып, хәрәкәтләнергә, тын алырға ҡамасауламаһын. Форма матур, сифатлы булыуҙан тыш, баланың зауығына ярашлы булырға, уға оҡшарға тейеш. Ҡыҫҡаһы, балаға кейем һайлау уйын эш түгел.