Новости
9 Август 2020, 06:30

Бер урында ҡатып ҡалғандай...

Республикала коронавирус инфекцияһы таралыуын дауам итә, зарарланыу осраҡтары бына нисә аҙна инде бер урында тирбәлә.

Һуңғы тәүлектә, федераль оператив штаб мәғлүмәттәренән күренеүенсә, йәнә 34 кешелә сир раҫланған. Шулай итеп, республикала вирусты йоҡторғандарҙың һаны 7 024-кә етте. Үлем осраҡтары – 25. Бөтәһе 5 406 ауырыу һауыҡҡан.
Рәсәйҙә тәүлек эсендә 5 212 кеше сирҙе йоҡторған, 6 615 ауырыу һауыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үлем осраҡтары кәмемәй, тәүлектә 129 пациент вафат булған.
Белеүебеҙсә, Башҡортостан биләмәһендә сикләүҙәрҙе алыуҙың беренсе этабы рөхсәт ителгән. Урамда спорт менән шөғөлләнергә, йәйәү йөрөргә мөмкин. Ҡайһы бер белем биреү учреждениелары өлөшләтә генә эшләй, ҡайһы бер хеҙмәт күрһәтеү предприятиелары асылған. Йәмәғәт урындарында битлек режимы һаҡлана
Икенсе этапҡа йәһәтерәк күсеү өсөн бөтәбеҙҙең дә тырышлыҡ һалыуы, санитария ҡағиҙәләрен теүәл үтәүе кәрәк. Әлегә бер урында тапанабыҙ, коронавирус һәм пневмония осраҡтары арта.
Фото:ProUfu
Дина Арсланова
  • Читайте нас