Гөлгөнә – уңған баҡсасы ла. Иртә яҙҙан төрлө сәскә үҫентеләре һата, үҙе лә гөрләтеп баҡса үҫтерә, һәр емеш-еләкте, йәшелсәне ваҡытында эшкәртеп, ҡышҡылыҡҡа күпләп ҡайнатма-компоттар әҙерләй. Бөгөн һеҙҙең иғтибарға Гөлгөнәнән ҡышҡы салат рецептары тәҡдим итәбеҙ. Әлбиттә, был салаттарҙың төрҙәре интернетта ла етерлек, әммә уңған хужабикәнең бер аҙ үҙенсәрәк эшләгән ризыҡтары һеҙгә лә файҙалы булыр тип уйлайбыҙ.
Дөгө менән эшләнгән ҡышҡы салат
Кәрәк буласаҡ: 3 кг помидор, 1 кг башлы һуған, 1 кг кишер, 1 кг татлы борос, 2 стакан дөгө, 2 стакан көнбағыш майы, 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 3 аш ҡалағы тоҙ.
Ҙур кәстрүлгә май ҡойорға һәм туралған йәшелсәләрҙе һалырға (кишерҙе эре ҡырғыс аша ҡырырға, һуғанды түңәрәкләп, боросто оҙонсалап турарға). 20-25 минут тирәһе майҙа ҡурып алырға. Артабан йыуылған дөгөнө ҡушабыҙ, унан һуң ваҡ итеп туралған помидорҙы, тоҙ һәм шәкәрҙе һалырға. 20 минут быҡтырып бешерергә. Эҫеләй көйө генә банкаларға һалып, тимер ҡапҡастар менән ябып, һыуынғансы төрөп ултыртып ҡуйырға.
Ҡыяр салаты
Күптәр минең кеүек ҡыярҙан салат яраталыр, был рецепты беләлер, шулай ҙа уртаҡлашам.
Кәрәк буласаҡ: 2 кг ҡыяр, 150г һарымһаҡ, 150 г һуған, 50 г тоҙ, 150 г шәкәр ҡомо, 100 г туғыҙ процентлы аш һеркәһе, укроп, петрушка.
Ҡыяр менән һуғанды түңәрәкләп турап, һарымһаҡты эре ҡырғыс аша ҡырып, ваҡ ҡына туралған укроп һәм петрушка һалырға. Бөтәһен дә ҙур табаҡта (туҫтаҡта) тоҙ, шәкәр ҡомо һәм аш һеркәһе һалып болғарға ла 10-12 сәғәткә ҡуйып торорға.
Салатты ошо килеш шунда уҡ ашарға ла мөмкин йә иһә банкаларға һалып, ҡышҡылыҡҡа һаҡларға ла була. Шуныһы яҡшы, банкаларҙы стерилләргә кәрәкмәй, тимер ҡапҡастарҙы ғына стерилләргә. Тиҙ һәм еңел генә эшләнә торған ҡыяр салаты, ә тәмлелегенә бер кем дә битараф ҡалмаясаҡ!