Новости
7 Август 2020, 12:41

ЙОНДОҘНАМӘ (10 – 16 август)

ҠУҘЫАҙнаның башы айырыуса уңышлы көтөлә. Мөһим эштәрҙе иртә таң менән башлаһағыҙ, планлаштырылғандан күберәкте башҡарып өлгөрөрһөгөҙ. Ҡайһы саҡта пландарҙы үҙгәртергә тура килер, тик быны ауыр ҡабул итмәгеҙ, был – яҡшыға. Аҙнаның икенсе яртыһында шәхси тормошоғоҙға иғтибарҙы арттырығыҙ.

БУҒА
Аҙна ваҡ мәшәҡәттәр, ығы-зығы менән башлана. Быға бик ҡайғырмағыҙ, оҙаҡламай барыһы ла яҡшы буласаҡ. Үҙегеҙҙе ышаныслыраҡ тоя башларһығыҙ. Аҙна һуңында уңышлы осрашыуҙар, танышыуҙар көтөлә. Яңғыҙҙар икенсе яртыһын осратыуы ихтимал, шуға иғтибарлы булығыҙ.

ИГЕҘӘКТӘР
Шатлыҡ өсөн сәбәптәр күп булмаҡсы. Яңы пландар, идеялар барлыҡҡа киләсәк, улар һеҙҙе ҡанатландырыр. Тик артыҡ ҡабалан­мағыҙ, барыһы ла үҙ яйы менән барһын. Кәңәшкә мохтаж булһағыҙ, өлкән йәштәге тәжрибәле кешегә мөрәжәғәт итегеҙ, уңырһығыҙ.

ҠЫҪАЛА
Ҡыҙыҡлы эштәр һәм таныш­лыҡтар кәйефегеҙҙе күтәрер. Аҙна башында барлыҡҡа килгән был яҡшы кәйеф ул тамамланғансы дауам итер. Яҡындарығыҙ менән бергә булығыҙ, киләсәккә пландар төҙөү һәм уларҙы тормошҡа ашыра башлау өсөн уңышлы мәл.

АРЫҪЛАН
Тынғыһыҙ аҙна. Бер юлы бер нисә эш менән шөғөлләнергә тура киләсәк. Ҡабаланмағыҙ, хаталар эшләүегеҙ ихтимал. Иғтибарлы булһағыҙ, аҙна еңел генә үтеп китер. Яҡындарығыҙ һәм таныштарығыҙ ярҙам итеп торасаҡ. Ял тураһында ла онотмағыҙ.

ҠЫҘ
Эштә, уҡыуҙа, ижадта уңыш көтөлә. Был йүнәлештәге баш­ланғыстар ыңғай барыр, күңелегеҙҙе күтәрер. Тирә-яҡтағы кешеләр менән низағлашмаҫҡа тырышығыҙ, еңә алмаясаҡһығыҙ. Ял итеү, күңел асыу өсөн уңышлы аҙна.

ҮЛСӘҮ
Еңел булмаясаҡ, тик һеҙ бары­һын да еңеп сығасаҡһығыҙ. Эмоцияларығыҙҙы контролдә тото­ғоҙ, уйланмаған аҙымдар яһамағыҙ. Быға тиклем тупланған тәжрибә ярҙам итергә тейеш.

САЯН
Аҙнаның тәүге яртыһында һаҡ булығыҙ. Күңелһеҙ осраҡтарға тарыуығыҙ ихтимал. Икенсе яртыһында хәл яҡшырыр. Тыныс булығыҙ, яҡындарығыҙ һеҙҙең яҡлы. Күптән ала алмаған бурысығыҙҙы ҡайтарыуҙары ихтимал.

УҠСЫ
Был аҙнаға мөһим эштәр планлаштырмағыҙ. Күптәре барып сыҡмаясаҡ. Шуға күрә ял итеү тураһында уйлағыҙ. Ғаиләгеҙгә, яҡындарығыҙға күберәк иғтибар бүлегеҙ.

ЫЛАҠ
Электән ҡалдырып торған эштәрегеҙҙе кире башлау өсөн ҡулай осор. Барыһы ла килеп сығасаҡ. Хеҙмәттәштәрегеҙ араһында абруйығыҙ артыр. Етәксе менән һөйләшеү өсөн уңайлы көндәр. Мәҫәлән, эш хаҡы күтәреү тураһында.

ҺЫУҒОЯР
Мәшәҡәттәрегеҙ артыр. Тик улар күңелле ваҡиғаларға бәйле. Быйыл ял итмәһәгеҙ, быны эшләр өсөн ваҡыт етте. Арыу-талыу файҙа килтермәҫ. Яңы танышлыҡтар уңышлы булыр.

БАЛЫҠ
Аҡса килә торған аҙна. Ғөмүмән, ошо осорҙа финанс проблемаларын хәл итеп ҡалырға тырышығыҙ. Һатып алған әйберҙәрегеҙ ҡыуандырыр. Кешеләрҙән алған кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ.
Читайте нас