Әйткәндәй, киләһе йылдың 1 сентябрендә арҙаҡлы шәхестәре, иҫ киткес бай тарихы менән дан тотҡан Иҫке Сибай ауылындағы яңы мәктәп үҙ ишектәрен асыр, тип көтөлә. Был белем усағы тотош республикала төҙөлгән яңыса, заманса уңайлыҡтары булдырылған уҡыу йорто буласаҡ, сөнки бында мәктәп кенә түгел, ә балаларҙы бар яҡлап үҫтерәсәк, тәрбиәләйәсәк үҙәк төҙөлә.
Объекттың дәүләт заказсыһы Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы булһа, генераль подрядсыһы – Өфө ҡалаһының “Империя” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Тап ошо төҙөлөш ойошмаһы аукционда еңеп сыҡҡан.
Июль аҙағында бында яңы мәктәптең тәүге нигеҙ ташын һалыу тантанаһы үтте. Унда республиканың мәғариф һәм фән министры А.В. Хажин, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Ф.Ғ. Әминев, Башҡортостандың капиталь төҙөлөш идаралығы начальнигы урынбаҫары И.И. Иҡсанова, “Империя” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Р.Р. Исламшин ҡатнашты. Төҙөүселәр тарафынан әҙерләнгән майҙансыҡҡа тантаналы шарттарҙа тәүге плитә һалынды һәм ауыл халҡы һәм төбәк өсөн ҙур әһәмиәткә эйә төҙөлөш эштәренә фатиха бирелде.
Яңы объект “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә төҙөлә, уның өсөн республика адреслы инвестиция программаһы буйынса 363,548 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Проектҡа ярашлы, төҙөләсәк мәктәп элеккеһенән ҙурыраҡ буласаҡ. Объекттың дөйөм майҙаны 8 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итәсәк. Уның дүрт ҡатлы булыуы һәм “Н” формаһында һалыныуы планлаштырылған. Яңы белем усағы 375 урынға иҫәпләнгән.
Класс кабинеттарынан тыш, спорт залы, ашхана һәм ярҙамсы биналар, ҙур тантаналар залы һәм модулле ҡаҙанлыҡ урынлашасаҡ. Айырыуса уҡыусыларҙың сәләмәт тормош алып барыуына ҙур иғтибар биреләсәк, шуға күрә ял зонаһында хәрәкәтле уйындар өсөн – өс, тыныс ял итеү өсөн ике майҙансыҡ булдырыла. Физкультура-спорт зонаһында ике баскетбол, шулай уҡ волейбол, еңел атлетика, футбол майҙансыҡтары төҙөләсәк. Бер һүҙ менән әйткәндә, балалар өсөн белем алырға, сәләмәт тормош алып барырға, спорт менән шөғөлләнергә, үҙҙәренең һәләттәрен үҫтерергә бар яҡлап ҙур мөмкинлектәр асыла. Шуға күрә ата-әсәләрҙең дә, яңы белем усағында уҡыр көндәрҙе ҙур түҙемһеҙлек менән көткән Иҫке Сибай ауылы балаларының да ҡыуаныстары ҙур. Ата-әсәләр бығаса көн һайын иҫке мәктәпкә балаларын ҙур хәүеф менән оҙатҡан.
Мәктәп ябылып, балаларҙың Сибай ҡалаһына йөрөп уҡый башлауы ла күптәр өсөн мәшәҡәттәр өҫтәгән. Тиҙҙән бөтә ҡатмарлыҡтар артта ҡаласаҡ, ауылыбыҙҙы өр-яңы мәктәп йәмләйәсәк, тигән ҡыуаныслы көтөү тойғоһо менән йәшәй Иҫке Сибай халҡы.
Төҙөүселәр һәр ташты, һәр кирбесте ҙур яуаплылыҡ менән һала, сөнки улар үҙҙәре төҙөгән объекттың бик мөһим икәнлеген яҡшы аңлай. Уларҙың төп маҡсаты – мәктәпте киләһе йылда планлаштырылған ваҡытта, 2021 йылдың август айында файҙаланыуға тапшырыу. Төҙөлөш компанияһы яуаплы бурысты атҡарып сығыр һәм, ниһайәт, Иҫке Сибай уҡыусылары заманса матур, бар уңайлыҡтары булған мәктәп тупһаһы аша атлап инеп, белем үрҙәрен яуларға тотонор, тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Баймаҡ районы.