Новости
7 Август 2020, 12:50

Йәшелсәгә өлгөрөргә ярҙам итәйек!

Баҡсала гөрләп йәшелсә, емеш-еләк өлгөрә. Помидор, борос, баклажандарҙың яңы емшәндәре сыға тора. Улар өлгөрөп етерме? Көҙгә табан үҙгәрә барған август айы шарттарында үҫемлектәргә ниндәй ярҙам күрһәтергә?

Баҡса хирургияһы. Помидор, борос һәм баклажандар тыуған ерендә күп йыллыҡ үҫемлек булып, яңынан-яңы емшәндәр ебәреп тора. Ә беҙҙең яҡта августа ҡырау төшкөләй. Шунлыҡтан асыҡ һауалағы был культу­ра­ларҙың сәскәләрен өҙөп ташларға кәрәк – өмөт­һөҙ емшәндәргә көс китмәһен. Теплица һәм парникта иһә август емшәндәре өлгөрөп етә ала, әммә унда ла үтә күбәймәүен күҙәтеү шарт.

Асыҡ һауала помидорҙа сәскә­ләнгән бишәр суҡты, ә япма аҫтындағыларҙа етешәр суҡты ҡалдырырға кәрәк. Борос менән баклажандың сәскәле суғы булмай, уларҙың һәр ботағында, емештәрҙең ҙурлығына сама тотоп, бер-ике емшән ҡалдырыу етә. Помидор һабағының ҡартая башлаған йәки сәләмәт булмаған япраҡтарын, шулай уҡ яңы барлыҡҡа килгән бөтә ҡуйын ботаҡтарын өҙөп ташлауҙы дауам итәбеҙ. Хатта детерминант сорттарҙы ла йәлләп тормайбыҙ – көстәре булған емшәндәрҙе өлгөртөүгә тотонолһон. Индетерминант томаттарҙың үҫеш нөктәләрен семтеп ташлайбыҙ. Бөтә төр хирургик операцияларҙан һуң үҫемлектәрҙе “Фитоспорин Реаниматор” йәки “Золотая Осень” препараттары менән эшкәртеп ҡуябыҙ.

Ә бына Мичурин проектының кураторы Елена Храмушинаның баҡсаһында бер нисә йыл рәттән помидор, картуф, борос, баклажанда фитофтораның эҙе лә юҡ. Ул, орлоҡтарҙы ебетеүҙән башлап, “Фитоспорин” ҡуллана һәм үҫеш осоронда уларға һәр унынсы көндә иртән иретмә һиптерә.

Елена Храмушинаның Youtubeтағы Мичурин каналында томаттар, картуф, борос тураһында һәм башҡа фәһемле нәмәләр күп.

Төнгө һалҡындар. Августа төнгө температура 20 °С-ҡа етә, әммә йышыраҡ 10–15 °С, хатта түбәнерәк тә була. Быға иртәнге ысыҡ та өҫтәлеп, йылы яратыусан үҫем­лектәрҙе ауырытырлыҡ шарттар яһала. Асыҡ һауалағы үҫемлектәр айырыуса тиҙ бирешә, шунлыҡтан түтәл өҫтөнә дуғалар ҡаҙап, төн­гөлөккә өҫтәрен аҡ агротуҡыма менән ҡаплау яҡшы. Температура көндөҙ ҙә +20 °С-тан кәм булһа, тәүлек әйләнәһенә асмаҫҡа кәрәк. Агро­туҡыма һауа менән дымды үткәрә, шул уҡ ваҡытта йылыны тота һәм ыҙғыр елдән һаҡлай.

Өҫтәмә туҡландырыу. Августа азот биреүҙе кәметеп, калий менән фосфорҙың миҡдарын арттырырға кәрәк – “Гуми-Оми Осенний” органоминераль ашламаһы ошо шартҡа тап килә. Уны “Гуми-Оми Фосфор” һәм “Гуми-Оми Калий” менән дә алмаштырырға мөмкин. Бының өсөн 1 кв.м майҙанға рәт араларына 100 грамм “Осенний”ҙы йә 50-шәр г “Фосфор” менән “Калий”ҙы һибергә һәм артабан тупраҡты йомшартып, һыу ҡойорға кәрәк. Һыуҙы мотлаҡ үҫемлектең төбөнә генә ҡоялар, ер өҫтөндәге өлөшөн еүешләргә ярамай.

Уңышты микроэлементтарға байытыр өсөн, июлдән башлап “Богатый-микро Комплексный” микроашламаһын даими һибеү зарур (10 литр һыуға 1 аш ҡалағы препарат), тик быны иртән эшләргә кәрәк. Микротуҡландырыуҙы “Фитоспорин”дың шыйыҡ төрҙәре – “РеаниматоР” йәки “Золотая Осень” ҡулланып (10 литр һыуға 1 аш ҡалағы препарат) сирҙәргә ҡаршы көрәш менән аралаштырыу мөһим.

Йәшел көйө өҙөргәме, бешкәнен көтөргәме? Элек помидорҙың байтағын йәшел көйө өҙөп, өйҙә өлгөртөргә тура килә торғайны. Хәҙер Рәсәйҙең теләһә ҡайһы климатик зонаһында помидор, борос, баклажанды түтәлдән өҙөп ашау ғәҙәти күренеш булып китте. Тиҙ өлгөрә торған сорттар сығарыу, үҫеште тиҙләткес биопрепараттар (“Гуми”) һәм заманса ябыу материалдары (агротуҡыма, поликарбонат, “Светлица” пленкаһы һ.б.) ярҙамға килде. Һабаҡта өлгөргән йәшелсәгә бер ни ҙә етмәй шул. Борос һәм баклажан менән эш башҡараҡ – уларҙы биологик өлгөрөүгә тиклем һабаҡта ҡалдырыу башҡа емшәндәрҙең өлгөрөүенә ҡамасаулай. Шуға уларҙы техник өлгөрөү мәлендә, йәғни үҫештән туҡтап, шәкәрҙәр һәм витаминдар менән туйына башлағас, өҙөп алырға тәҡдим ителә. Был мәлдә боростарҙың төҫө йәшелдән аҡһыл йәшелгә үҙгәрә, бармаҡ менән баҫҡанда шығырлап тора, ә баклажандарҙың төҫө үҙгәрмәй, тик ите йомшара төшә. Техник өлгөргән йәшелсәләр бүлмә температураһында бер нисә көндә өлгөрә һәм файҙалы үҙенсәлектәрен юғалтмай. Ә зарарһыҙ “АнтиГниль” препараты менән эшкәртеү уларҙы сереүҙән һаҡлай. Шуныһы мөһим: яҡшыраҡ һаҡланһын өсөн йәшелсәләрҙе емеш һабы менән бергә өҙөргә кәрәк.

Помидорҙарҙы иртә өлгөртөү ысулдары:
йод менән туҡландырыу (10 литр һыуға 30–40 тамсы йод) – ул үҫемлекте сирҙән һаҡлай, йәшелсәне файҙалы микроэлементҡа байыта;
тупраҡ өҫтөнән 3–5 см бейеклектә һабаҡты баҡыр сым менән бәйләү – был тамырҙан туҡлыҡлы матдәләр килеүҙе туҡтата һәм үҫемлекте йәһәтерәк уңышты өлгөртөргә мәжбүр итә;
үҫемлектәрҙең тамыр системаһын ҡырҡҡылау – көндәр оҙаҡҡа боҙолған шартта, йәшелсәне тиҙерәк өлгөртөү өсөн ҡулланалар.

Автор: Д. Скотников, биология фәндәре кандидаты.
Читайте нас