“Хоспис ярҙамы структураһын ойоштороуҙы дәүләттең үҙ өҫтөнә алыуы, ә уңайлылыҡты, йәшәү сифатын һәм финанс мәсьәләләренең бер өлөшөн хәйриә фондтары, эшҡыуарҙарҙың, ирекмәндәрҙең һәм ябай кешеләрҙең ярҙамын йәлеп итеп, үҙ өҫтөнә ала, – ти Өфө хосписының башҡарма директоры Радмила Сурначева. – Киләсәктә стационарға тип киткән сығымдар үҙен аҡлаясаҡ, әлбиттә. Бынан тыш, “паллиатив ярҙам” тигәндә һүҙ диагностикалау һәм ҡиммәтле дауалау хаҡында түгел, симптоматик терапия, һыҙланыуҙарҙы бөтөрөү һәм ҡарау хаҡында бара”.
“Республикала йәшәүселәрҙең күбеһенең хоспис төҙөү идеяһын хуплауын теләр инек, – ти Өфө хосписы хеҙмәткәре Ирина Лобаева. – Әле Башҡортостанда хеҙмәткә яраҡлы ике миллион кеше йәшәй. Уларҙың һәр береһе 400 һумды ярҙам итеп күсерһә лә, беҙ аҡса йыйыуҙы туҡтатыр инек. Был – бер пицца, бер тапҡыр бөҙрәханаға йәки машина йыуыу салонына барыу. Шул уҡ ваҡытта ошо сумма дауалап булмаған сирле меңдәрсә кешегә һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итер ине”.
Бөгөн республикала паллиатив сирле 20 мең өлкән йәштәге кеше һәм 600 бала бар. Был онкология ғына түгел, генетик сирҙәр, неврология, йәрәхәтләнеү эҙемтәләре. Ошо кешеләрҙең барыһының да реабилитациялау ҡеүәте юҡ, йәғни уларға медицина ярҙам итә алмай.
Төҙөлөш өсөн ярҙамды мобиль банк аша түбәндәге реквизиттар буйынса күрһәтергә мөмкин:
«Өфө хосписы» автономиялы коммерцияға ҡарамаған медицина ойошмаһы:
Иҫәп: 40703810906000002955
Банк: Һаҡлыҡ банкының N8598-сы Башҡортостан бүлексәһе
Кор. иҫәп: 30101810300000000601
Аҡсаны күсергәндә сумма өсөн һалымдың алынмауы маҡсатында уның хәйриә ярҙамы (“Благотворительное пожертвование”) икәнлеген күрһәтеп яҙырға кәрәк.