Новости
7 Август 2020, 12:40

Көлөп йәшәргә кәрәк!

Көлөү ғүмерҙе оҙайта, тигәнде ишеткәнегеҙ барҙыр. Шатлыҡ тойғоһоноң сәләмәтлеккә һәм кәйефкә ыңғай йоғонтоһо фән тарафынан раҫланғанмы, әллә был сираттағы уйҙырма ғынамы? Кешегә көлөү ниңә кәрәк?

Әлбиттә, юморһыҙ тормош күңелһеҙ, хатта стресҡа етке­ре­үе ихтимал, ә стресс үҙ йә­һәтендә төрлө сирҙәрҙең сәбәп­сеһе булыуы мөмкин. Күптәр көлөүҙең дауалау үҙенсә­лектәре тураһындағы фекерҙең фәнни нигеҙе барлығын башына ла килтермәй.

Ғалимдар әйтеүенсә көлөү кәйефте күтәреүҙән тыш, төрлө сир-сырхауҙан да аялай. Был мәлдә организмда ауыртыуҙы баҫа торған матдәләр барлыҡҡа килә. Өҫтәүенә ысын күңелдән көлөү позитив тойғоларҙы тер­геҙә, шулай уҡ кешеләр араһын­да бәйләнеш булдырырға ярҙам итә.

Көлөү бөтә органдарҙың функ­цияһына ыңғай тәьҫир итә. Мәҫәлән, көлгәндә ғәҙәттәге бер литр һауа урынына литр ярым һауа һулайбыҙ. Тимәк, организм кислород менән көслөрәк һәм тиҙерәк туйына. Тын алыу, йө­рәк ҡыҫҡарыу йышлығы яҡ­шы­ра, ваҡытлыса артериаль ҡан баҫымы күтәрелә. Һөҙөмтәлә ҡан тамырҙар буйлап шәберәк йөрөй башлай, һәм организм кислород менән нығыраҡ байый. Көлгәндә ҡабырғалар һәм ҡорһаҡ мускулдары хәрәкәткә килә, ҡорһаҡтан йөрәк йүнәле­шенә табан ҡан әйләнеше яҡ­шыра, бит мускулдары әүҙем­ләшә. Өҫтәүенә организмда эндорфиндар, йәғни бәхет гормон­дары етештереү арта. Был матдәләр теш, баш һәм мускул­дар ауыртыуын баҫыуға һә­ләтле. Көлөү тәнде йомшарта, көсөргәнеште һәм стресты бө­төрә. Ғалимдар иҫәпләүенсә, ун минут дауамында көлөү 50 килокалорияны яндырыуға булыша.

Ғөмүмән, шатлыҡ тойғоһо ауыр­тыныуҙы кәметә һәм уңай­һыҙлыҡтарҙы еңелерәк кисе­рер­гә ярҙам итә. Бәхет гормондары ауыртыуҙы баҫыусы тәби­ғи матдә кеүек тәьҫир итеп, еңел­сә эйфория тыуҙырыуға һә­ләтле. Инфаркттарҙы һәм баш­ҡа кардиологик пробле­маларҙы иҫкәртеү өсөн дә фай­ҙалы, баш мейеһе эшмәкәр­леген яҡшырта, яңы нейрондар барлыҡҡа килеүенә булыша, ти белгестәр.

Шуныһы ҡыҙыҡ, тойғоларҙың төрлө төрҙәре баш мейеһенең төрлө өлөштәрен ҡуҙғыта. Мә­ҫә­лән, шаяртыу ҡатыш еңелсә юмор менән әсе көлөүҙең тәь­ҫире төрлөсә. Әммә икеһе лә мейе өсөн “гимнастика” булып тора. Әйтелгәндәрҙән сы­ғып, көлөү ҡартайыуға һәм стрес­тарға ҡаршы ҡиммәтле дарыу ул, тип раҫлай алабыҙ. Иң мө­һи­ме, уның өсөн аҡса түләргә кәрәкмәй.
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА.
Читайте нас