Новости
7 Август 2020, 12:38

“Файҙаһыҙ!” тип кәмһетмәгеҙ...

Бойҙайҙы тарттырғандан һуң барлыҡҡа килгән манный ярмаһын кем генә белмәй! Сабыйҙарҙы үҫтергән бутҡа әле ул. Тик “унда бер файҙалы нимә лә юҡ” тип, манный бутҡаһын “кәмһетеүселәр” менән һис риза түгелбеҙ.

Унда В һәм Е төркөмө витаминдары, макро- һәм микроэлементтар, тимер, цинк, марганец, баҡыр, хром, натрий, фосфор, калий һәм магний бар, крахмал һәм глютен күп. Уны әҙерләүе тиҙ һәм еңел, туҡлыҡлы һәм тәмле. Углеводтар күп булғанлыҡтан, энергия бирә, аҡыл һәм физик әүҙемлекте арттыра. Манный бутҡаһы тиҙ үҙләш­те­релә, организмдан шлак һәм токсиндарҙы, патогенлы микроорганизмдарҙы сығарырға ярҙам итә.

Манный ярмаһын ҡулланыу (аҙнаһына ике тапҡырҙан да йышыраҡ булмаһын) ашҡаҙан шеше, гастрит сирҙәрендә хәлде яҡшырта, операция үткәргәндән йәки ҡаты ауырыуҙарҙан һуң тиҙерәк һауығырға ярҙам итә. Сабыйҙар рационында уны ҡулланалар, тик кальцийға ҡытлыҡ барлыҡҡа килмәһен өсөн файҙаланыуҙы сикләү мөһим. Бер йәшкә тиклемге сабыйҙар туҡланыуына манный бутҡаһын индермәү яҡшыраҡ, сөнки уларҙың һөлдәһе формалаша ғына, һөйәктәрҙә кальций аҙ, балалар тиҙ үҫә. Ә манный ярмаһы кеше организмындағы бөтә кальций запасын үҙенә ала. Ярмалағы фитинда фосфор күп тупланған, тап ул кальцийҙы үҙенә эләктереп, ҡанға барып етеүен тотҡарлай. Сабыйҙы гел генә манный бутҡаһы менән туҡландыраһығыҙ икән, уның организмында кальций етешмәйәсәк, ә был баланың сәләмәтлегендә кире сағылыш табасаҡ: ҡан ойошоуы насарлана, йөрәк һәм мускулдар тулы ҡеүәтенә эшләүҙән туҡтай, рахит билдәләре күренә, һөйәк муртлана, тештәр насар үҫешә.

Манный бутҡаһын шәкәр диабеты менән сирләгәндәргә тәҡдим итеп булмай, сөнки ул юғары гликемик индексҡа эйә. Унда глютендың күплеге ҡайһы берәүҙәрҙә аллергия тыуҙырыуы ихтимал. Бутҡаны самаһыҙ йыш ашау ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлегенә зарар килтерә, аҡһым матдәһенең (елемсә) артыҡ мул булыуы һөҙөмтәһендә ашҡаҙан-эсәк юлындағы өбөрөләр (ворсинка) юҡҡа сыға. Был үҙ йәһәтендә эс китеүгә, эсәктәр ауыртыуына, ашҡаҙанда спазмдар барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе була.
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА.
Читайте нас