Етәксе енәйәт ҡылынғандан һуң һуңлап полицияға мөрәжәғәт иткән. Ҡырын эш 14 июлдән 25 июлгә тиклемге ваҡыт арауығында, хужабикә өйҙә булмағанда, ҡылынған. Полиция хеҙмәткәрҙәре фатирҙа булып, бармаҡ, аяҡ кейеме эҙҙәрен алған. Ҙур күләмдә уғрылыҡ осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсьәләһе хәл ителә.