Новости
6 Август 2020, 12:57

Һөйгәненең үлемен матбуғат аша белгән...

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербург ҡалаһында билдәле рэпер Энди Картрайт (үҙ исеме – Александр Юшко) үле килеш табылыуы, уның кәүҙәһе бер нисә өлөшкә бүленеүе, башҡа һыймаҫлыҡ был ғәмәлде Эндиның ҡатыны Марина башҡарыуы хаҡында Рәсәйҙең барлыҡ матбуғат саралары шауланы, тип хәбәр иткәйнек.

Марины Кохал һаман да ғәйебен танымай, полиция хеҙмәткәрҙәре Маринаның һүҙҙәренә ышанмай һәм ҡатын ирен үҙе үлтергән тигән фаразға өҫтөнлөк бирә. Шуға ла әлегә ҡатын ике айға һаҡ аҫтына оҙатылған.
Ҡатыны әйтеүесә, йәнәһе, уның ире наркотиктар ҡулланыуҙан һәләк булған һәм ошо йәмһеҙ күренеште йәшерер өсөн, уның кәүҙәһен турап, сығарып бәрергә һәм ирем эҙһеҙ юғалды, тип хәбәр сығарырға ниәтләгән. Кәүҙә өлөштәре өйҙә дүрт көн ятҡан, әле ул экспертизаға ебәрелгән. Тәүге һөҙөмтәләр рэпер кәүҙәһендә наркотиктар табылмағанын асыҡлаған.
Ул арала полиция хеҙмәткәрҙәре рэперҙың һөйәркәһе булыуын белдергән. Һөйәркә тигәне – Надежда Романенко. Уға 24 йәш һәм ул тыумышы менән Башҡортостандан. Бер нисә йыл элек Петербургка күсеп киткән.
Ошо көндәрҙә Надежданан һорау алғандар. Ул мәрхүм рэпер менән 2014 йылда уҡ танышыуын, 2018 йылдан улар һөйәркә булыуын белдергән. Әйтеүенсә, рэперҙың ҡатыны Марина был хаҡта белгән һәм уларҙы эҙәрлекләгән. Туҡтауһыҙ Надеждаға яҙған, шылтыратҡан, янаған, баш китерлек хәбәрҙәр һөйләгән.
Шулай уҡ, Надежда әйтеүенсә, рэперҙың ғаиләһендә бөтә аҡсаны Марина үҙ ҡулында тотҡан, иренә һәр ғәмәлгә иҫәпләп кенә биргән. Шул уҡ ваҡытта, Александрҙың ваҡыты-ваҡыты менән оҙайлы осор эсеп алыуы билдәле. Надежда һөйәренең наркотиктар ҡулланыуын тулыһынса инҡар итә.
Марина үҙенә иғтибар йәлеп итер өсөн хатта бер мәл үҙен ВИЧ менән сирләйем тип белдергән. Ошоға бәйе рэпер һәм Надежда анализ да тапшырып йөрөгән. Был хәлдән һуң ир ҡатынынан бөтөнләй биҙгән. Ә һуңғы ваҡытта Марина менән айырылышырға йыйынған булған. Күреүебеҙсә, ул китеп өлгөрмәгән...
Надежда иһә һөйгәненең үлемен 30 июлдә, матбуғат саралары аша белеп ҡалған.
Ҡатыны үлгән ирен тураҡлағанмы, әллә шул ысул менән үлтергәнме - хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре был буталсыҡ һәм ҡот осҡос хәлдең төбөнә төшөр, дөрөҫлөктө асыҡлар, тип өмөтләнәйек.
Фото: topnews.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
Читайте нас