Новости
6 Август 2020, 12:56

Остеопаттар беҙгә ҡасан, нисек ярҙам итә ала...

Остеопатияның өҫтөнлөктәре:– ауырыуҙың хәле еңеләйеүе беренсе сеанстан һуң уҡ башлана;

– бишектәге бәпәйҙән алып өлкәндәргә тиклем – барлыҡ йәштәге кешеләргә лә ярай;
–​ сеанс ваҡытында пациент бер ниндәй ауыртыу һиҙмәй: тәнгә рәхәт кенә;
–​ бер ниндәй зыяны юҡ: дарыу ҡабырға кәрәкмәй;
–​ сеанс аҙнаға бер тапҡыр ғына була – процедураның файҙаһы йыйылып килә;
–​ бер курс 7-8 процедуранан артмай: ваҡыт та янда ҡала, ҡиммәткә төшмәй.
Ниндәй ауыртыуҙар менән остеопатҡа мөрәжәғәт итергә. Балалар тыуғанда алған имгәнеүҙәр, бәүел тотмау, ҡылый күҙлелек, энцефалопатия, иғтибарһыҙлыҡ, үҫеш күләме тотҡарланыу, неврология менән бәйле проблемалар, баш һыҙлау, ҡолаҡ-танау-тамаҡ ауырыуҙары, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары, хәрәкәтләнеү, кәүҙә тотороҡлолоғо менән бәйле проблемалары һәм башҡалар;
Өлкәндәр төрлө имгәнеүҙәр, баш ауыртыу, баш әйләнеү, баш мейеһендә ҡан әйләнеше боҙолоу, радикулит, быуын ауырыуҙары, остеохондроз, гинекология менән бәйле сирҙәр (күрем циклы боҙолоу, балаға уҙа алмау, гормональ тайпылыштар, елкенһенеүҙәр), бронхит, ринит, насар ишетеү, импотенция, хроник арыу һәм башҡалар.
Кәңәштәр.
–​ Баш ауыртҡан осраҡта, бер нисек тә ҡул менән сикәне ҡыҫырға ярамай. Ус төбө менән ҡаштарҙан маңлайға, аҙаҡ сәстәрҙән баш артына тиклем ҡаты итеп һыпырығыҙ.
–​ Компьютер янында оҙаҡ ултырғандан муйын ауырта башлаһа, ҡулдарҙы баш артына ҡуйығыҙ һәм башығыҙ менән ҡулдарҙы артҡа этә башлағыҙ. Ашыҡмайынса 3-4-кә тиклем һанағыҙ ҙа, шулай уҡ ашыҡмайынса, әкрен генә ҡулдарҙы йомшартығыҙ. Күнегеүҙе 2-3 тапҡыр ҡабатлағыҙ: быға тиклем эшләмәгән мускулдар эшләй башлар, ә эшләп «ҡатҡандарына» еңел булыр.
Фото:Altclinic.ru
Автор: Самат Ғәлин.
Читайте нас