Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
6 Август 2020, 12:59
Кемдәр талапты үтәмәй?
Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты 17 апрелдән алып төҙөлөш объекттары буйлап рейдтар үткәрә. Бында предприятиеларҙың коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү сараларын үтәү-үтәмәүен тикшерәләр.
Бөгөнгә тиклем ведомство белгестәре 300 самаһы төҙөлөш майҙансыҡтарын тикшергән. Асыҡланыуынса, бөтәһе лә үҙ хеҙмәткәрҙәре хәүефһеҙлеген тәьмин итергә әҙер түгел булып сыҡҡан. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса 72 протокол төҙөлгән һәм судҡа ебәрәлгән. Суд талаптарҙы үтәмәгән төҙөүселәргә ҡарата ҡарар ҡабул итергә тейеш.
Етди етешһеҙлектәр араһында шулар бар: бөтә биналарҙа ла тотонолған урындарға дезинфекция үткәрелмәй (бөтә эш көнө дауамында һәр ике сәғәт һайын булырға тейеш), эшселәрҙең шәхси гигиена талаптарын үтәмәй, көнкүреш биналарында йыйыштырыу үткәрелмәй, пропуск режимы юҡ, инфекция сирҙәре симптомдары булған кешеләрҙе асыҡлау һәм эшкә ҡушмау буйынса саралар үткәрелмәй һәм башҡалар.
Кисә, 4 августа баш ҡаланың Киров районындағы ике майҙансыҡ тикшерелде. Беренсе төҙөлөш майҙансығында, ул Пушкин, Аксаков, Свердлов һәм Гоголь урамдары кварталында урынлашҡан, тәҡдим формаһындағы иҫкәрмә яһалған. Ул да булһа, туҡланыу һәм сисенеү зоналарын айырыу зарурлығы. Иҫкәрмәне төҙөүсө компания 24 сәғәт эсендә үтәргә тейеш.
Коммунистик, Цюрупа, Октябрь Революцияһы урамдары киҫелешендәге икенсе төҙөлөш майҙансғында тупаҫ етешһеҙлектәр асыҡланған һәм протокол төҙөлгән. Температура үлсәү һәм журналға теркәү дөрөҫ башҡарылмаған. Көнкүреш биналарҙа йыйыштырыу йүнләп эшләнмәгән, зоналар буйынса бүлеү юҡ, биналарға ингән ерҙә социаль дистанция разметкалары һәм туҡланыу графигы юҡ. Шулай уҡ асыҡланыуынса, бөтә эшселәр ҙә шәхси яҡланыу саралары – битлек һәм бирсәткәләр кеймәгән.
Шуныһын да билдәләргә кәрәк: илдәге эпидемиологик хәлгә һәм ваҡытлы сикләүҙәргә ҡарамай объекттарҙы төҙөү дауам итә. Шуға күрә төҙөлөш ойошмаларына коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү сараларына ҙур яуаплылыҡ менән ҡарарға кәрәк. Дәүләт комитеты артабан да бындай рейдтарҙы үткәреүҙе дауам итәсәк.
Фото: Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты.
Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Kemd-r-talapti-t-m-y-396870/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"