Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендәге ковид-госпиталдә дауаланған пациент Govid-19 вирусы менән ҡатмарланған, бик тиҙ үҫешкән пневмониянан һәләк булған. Унан алда йәш әсә бала тапҡан булған. Сабый иҫән-һау. Өйҙә уның тағы ла дүрт йәшлек балаһы барлығы билдәле.