Новости
29 Июль 2020, 07:05

Ҡыҙ баланың ғүмере ҡыйылған...

Туймазы районында бөгөн, 28 июлдә, теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһында туғыҙ йәшлек ҡыҙ бала һәләк булған.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Һамар - Өфө - Силәбе автомобиль юлының 1307-се километрында Һамар өлкәһенән 34 йәшлек "МАЗ" йөк автомобиле водителе Һамар яғына китеп барышлай, Серафимовка ауылына боролған "Лада Калина" еңел автомобиленә менеп китә.
Үкенесле, фажиғә үлемесле тамамлана, еңел автомобилдәге туғыҙ йәшлек пассажир "Ашығыс ярҙам" машинаһы килеп еткәнсе урында уҡ йән бирә. Ә "Лада Калина"ға идара иткән водитель, 41 йәшлек әсә кеше, төрлө тән йәрәхәттәре менән Өфө районы дауаханаһына оҙатылған.
Әле ваҡиға урынында тикшереү-оператив төркөм эшләй, юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана.
Фото:Mosday.ru
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас