Новости
28 Июля 2020, 07:29

Пенсияға һунар итәләр...

Алдаҡсылар, оло йәштәге кешеләрҙең аҡсаһын урлауҙың яңынан-яңы алымдарын уйлап табып, карталарын һәм янсыҡтарын бушата. “Роспотребнадзор” ҙа, Рәсәй Пенсия фонды ла ошо турала иҫкәртә.



Аҡса нисек юғала?

Күптән түгел “Роспотребнадзор” үҙенең сайтында хәбәр итеүенсә, коронавирус таралыу хәүефе һаҡланып ҡалған осорҙа төрлө алдаҡсылар, мутлыҡ ҡылыусылар әүҙемләшкән. Улар хаҡын алдан түләү шарты менән махсус фильтрҙар, һауаны таҙартыу ҡулайламалары кеүек “үҙенсәлекле” тауарҙар, дарыуҙар тәҡдим итә.

Ҡулланыусыларҙы алдау маҡсатында әлеге хәл-шарттарҙы төрлөсә файҙаланырға тырышалар. Мәҫәлән, һалынған штрафты күсереүҙе, юл йөрөү өсөн махсус пропуск, эш эҙләү буйынса күрһәтелгән хеҙмәт өсөн түләүҙе, түләүле анализ яһатыуҙы талап итеүҙәре ихтимал. Бынан тыш, алдаҡсылар, төрлө сәбәп табып, табип, социаль хеҙмәткәр, санитар эшкәртеү менән шөғөлләнгән компания эшсеһе сифатында йортҡа, фатирға инергә маташа.

Ведомствола билдәләүҙәренсә, тиҙ ышанып барыусан өлкәндәргә төрлө хәүефле һылтанмалар буйынса инеп, шәхси мәғлүмәттәрҙе ҡалдырырға тәҡдим итәләр. Һөҙөмтәлә күптәрҙең картаһынан аҡса юғала.

Енәйәтселәр үҙҙәрен Пенсия фонды, полиция, социаль хеҙмәткәрҙәр, табип, ирекмән, хат ташыусы, курьер тип таныштыра, тәртипте боҙған өсөн штраф яҙып маташа, фатирҙарҙы санитария йәһәтенән эшкәртергә тәҡдим итә, башҡа алдау алымдарын ҡуллана. Алдаҡсылар, Рәсәй Пенсия фонды исеменән өлкәндәргә шылтыратып, фонд аҡсаһына әйбер һатып алыуҙа ярҙам тәҡдим иткән осраҡтар ҙа бар.

Ҡурсаланыу тәртибенә бәйле дәүләт органдары пенсияларҙы, пособиеларҙы өйҙән сыҡмайынса, йәғни ситтән тороп рәсмиләштереү һәм алыу ысулын ғәмәлгә индерҙе. Был хәл мутлашыусыларҙың иғтибарынан ситтә ҡалманы. Улар, Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре сифатында өлкән йәштәгеләргә шылтыратып, конфиденциаль мәғлүмәттәрҙе һорай.

Аҡса һаҡламын алдаҡсыларҙан нисек һаҡларға?

Тәү сиратта дәүләт хеҙмәттәрен ситтән тороп алыу, банк продукттарын рәсмиләштереү, аҡса күсереү мәсьәләһендә иғтибарлы булыу шарт. Шәхси мәғлүмәтте сит-яттарға хәбәр итергә ашыҡмағыҙ.

– Алдаҡсыларҙың тоҙағына эләкмәйем тиһәң, иң элек Пенсия фонды һәм башҡа дәүләт органдары хеҙмәткәрҙәренең пенсияны ситтән тороп рәсмиләштергәндә йәки уны түләгәндә шәхси мәғлүмәттәрҙе, СНИЛС, банк картаһы номерын, бигерәк тә уның ПИН-кодын бер ҡасан да һорамауын хәтерҙә тотоу шарт, сөнки был мәғлүмәттәрҙең барыһы ла Пенсия фонды базаһына индерелгән, – тине “Юрист” юридик компанияһының генераль директоры Асия Мөхәмәтшина. – Хәҙер айырыуса уяу һәм һаҡ булырға кәрәк, пандемия осоронда мутлашыусылар халыҡтың яҡланмаған төркөмдәрен һайлай, өлкәндәрҙең тиҙ ышаныусанлығынан файҙалана.

Эксперттар пенсионерҙарға ҙур аҡсаны өйҙә һаҡламаҫҡа кәңәш итә. Енәйәтселәр фатирҙағы “йәшерен” урындарҙың барыһын да яҡшы белә. Алдаҡсыларҙың береһе пенсионерҙың иғтибарын үҙенә йәлеп иткәндә, икенсеһе аҡса һаҡланған урынды таба. Шулай уҡ картала ла күп аҡса тотмау хәйерле. Иң ышаныслыһы – уны банктағы иҫәпкә һалыу.

Урланған аҡсаны кире ҡайтарып буламы?

Өлкән йәштәге кеше, ниндәйҙер тауарҙы өсләтә ҡиммәт хаҡҡа ҡулдан һатып алып, алдаҡсының ҡорбанына әүерелһә, нимә эшләргә? Бында сценарийҙарҙың төрлө булыуы ихтимал. Йыш ҡына рәсми теркәлгән фирма вәкилдәре фатирҙар буйлап йөрөп, тауарҙы аналогтарынан ҡыйбатыраҡҡа һата. Был осраҡта аҡсаны кире ҡайтарыуға өмөт бар.

– Әгәр һатып алынған әйбер ҡире ҡайтарылмай торған аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙар исемлегенә индерелмәһә, уны һатыусыға кире ҡайтарырға мөмкин, – ти BMS Law Firm адвокаты Александр Иноядов. – Иң мөһиме – уның файҙаланылмаған булыуы, шуға күрә әйберҙе алғанға тиклем рекламаны тыңлау ғына түгел, паспорт документтарында тауарҙың үҙенсәлектәре менән дә танышыу фарыз. Әйбер сифатһыҙ икән, һатыусыға яҙма дәғүә ебәрергә кәрәк.

Алдаҡсылар әйберҙе ялған документ буйынса һатып, асылда иһә бындай фирма бөтөнләй юҡ икән, эш ҡатмарлыраҡ, сөнки дәғүәне кемгә белдерәһең?

Ҡайһы берәүҙәр алдаҡсыларҙың тоҙағына эләгеп, булмаған штрафты түләй, аҡса түләп, кә­рәк­мәгән тикшереү үтә. Ҡағиҙә булараҡ, енәйәт­се­ләр аҡсаны алғас та юҡҡа сыға, уны ҡайтарыуға өмөт ҙур түгел. Мутлашыусылар, төрлө сәбәп ме­нән фатирға йәки йортҡа инеп, аҡсағыҙҙы урлаһа, өҫтәүенә өлкәндәр аҡсаһының юғалыуын аҙаҡтан ғына белеп ҡалһа, һаҡламды ҡайтарыу икеле.

– Алдаҡсыларҙың ҡорбаны булһағыҙ, кисекмәҫтән хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итегеҙ, – тине Александр Иноядов. – Шул осраҡта ғына аҡсаны кире ҡайтарыу мөмкинлеге бар.
Автор: Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/pensiya-a-unar-it-l-r-/
Читайте нас