Пуля эләккән ир реанимацияла, уның ғүмере өсөн табиптар көрәшә. Ваҡиға видеокүҙәтеү камераһына эләккән, полиция енәйәттә ғәйепләнеүсене эҙләй.
Яҡынса мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, ыҙғыш күңел асыу урынына килгән кешеләр араһында сыҡҡан. Енәйәттә ғәйепләнеүсе ир пистолеттан кәм тигәндә ун тапҡыр ата һәм сит ил автомобилендә ҡаса. Аяҡтары һәм күкрәге яраланған егетте реанимацияға килтерәләр. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Эҙләү иғлан ителгән ирҙең әрмән милләтенән булыуы ихтимал, тиҙәр. Буй оҙонлоғо 185-190 сантиметр, ҡуйы ҡара һаҡаллы, сәсе ҡыҫҡа, ҡара. Енәйәтсене эҙләү дауам итә, тип хәбәр итә Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото: Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/oralli-ara-a-aldi-e-l-y-r-385162/