Новости
28 Июль 2020, 08:06

Эҫенән нисек һаҡланырға?

Йәйге эҫе күптәрҙең организмына, эске ағзаларға кире йоғонто яһай. Был миҙгелдә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, йөрәктең ишемия сирҙәре арта, бәғзе берәүҙәрҙең ҡан баҫымы күтәрелә, хроник сирҙәр ҡуҙғый.



Эҫе көндәрҙә күптәр хәлһеҙлеккә, эшкә һәләттең кәмеүенә зарлана, башҡа эҫе ҡабыу осраҡтары, айырыуса өлкәндәр һәм балалар араһында, йыш теркәлә. Эҫенең кире эҙемтәләренән һаҡланыу өсөн “йәйге” тормоштоң түбәндәге төп ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк:

– эҫелә организм һыуҙы күпләп юғалта, уны даими тулыландырыу фарыз, йылы йәки минераль һыу, йәшел сәй (тәүлегенә кәмендә 2-2,5 литр һыу) эсегеҙ;

– ҡояш нуры аҫтында аҙыраҡ йөрөргә тырышығыҙ, әгәр форсат юҡ икән, башығыҙға ҡалпаҡ, өҫтөгөҙгә ябыҡ иҙеүле күлдәк кейегеҙ, ҡулсатыр йөрөтөгөҙ, ҡояштан һаҡлай торған крем һөртөгөҙ;

– тәбиғи туҡыманан тегелгән кейем кейегеҙ, ул һулыш алыуҙы еңеләйтә, организмдың ҡыҙыуына юл ҡуймай;

– эҫе мәлдә, айырыуса көндөҙгө сәғәт 12-нән 4-кә тиклем, ҡояшта физик әүҙемлек күрһәтмәгеҙ;

– һауа температураһы 25 градустан юғарыраҡ булғанда, әүҙем спорт менән шөғөлләнмәгеҙ;

– алкоголь эсмәгеҙ, сөнки эҫелә уның организмға йоғонтоһо күпкә көсәйә, өҙлөгөү, хатта үлем хәүефе бар;

– туҡланыу тәртибен үҙгәртергә тырышығыҙ, рационда йәшелсәне, емеш-еләкте арттырығыҙ, ойоған һөт ризыҡтарына өҫтөнлөк бирегеҙ, майлы иттән баш тартығыҙ;

– йышыраҡ һыу менән ҡойоноғоҙ – ул тән күҙәнәктәрен таҙарта, хәл бирә;

– көсөргәнештән һаҡланығыҙ, күңел тыныслығын юғалтмаҫҡа тырышығыҙ, сөнки ярһыу һөҙөмтәһендә ҡан баҫымы күтәрелә, йөрәк тибеше арта, ә эҫелә был зыянлы.

Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуы диагнозы ҡуйылып, дарыуҙар эсһәгеҙ, артериаль ҡан баҫымын, пульсты, дөйөм хәлегеҙҙе даими күҙәтергә кәрәк. Табип билдәләгән дауалау алымын аныҡ үтәү шарт, сөнки эҫе көндәрҙә организмдың өҙлөгөүе, артериаль баҫымдың тирбәлеүе, хатта миокард инфаркты йәки инсульт булыуы бар.

Ҡан баҫымы бер нисә көн дауамында 140/90 миллиметрҙан юғарыраҡ булһа йәки ғәҙәти һандарҙан 20-30 миллиметрға түбәнерәк төшһә, мотлаҡ табипҡа күренегеҙ, ул эскән дарыуҙың дозаһын үҙгәртер, кәңәш бирер. Стенокардия өйәнәге йышайған осраҡта ла табипҡа мөрәжәғәт итеү зарур. Күкрәк ситлегендә ауыртыу, йөрәк тибешенең үҙгәреүен тойһағыҙ, ашығыс медицина ярҙамын саҡыртығыҙ.

Фото: 24news.com.ua
Автор: Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/e-en-n-nisek-a-lanyr-a/
Читайте нас