– Һуңғы тәүлек эсендә коронавирус 36 кешелә табылған. Шулай итеп, дөйөм сирлеләр һаны 6607 кеше тәшкил итә. Амбулатор дауаны 1536 кеше ала, стационарҙарҙа 204 кеше ята. 35 кеше ауыр хәлдә, – тине ул. Коронавирус инфекцияһы тарала башлаған осорҙан алып дауаханаларҙан 4845 кеше һауығып сыҡҡан.
Радий Хәбиров кешеләрҙең йәмәғәт урындарында битлек кеймәй башлауына борсолоу белдерҙе.
– Беҙҙең бик етди һөйләшеүҙәр булды, табиптар мөмкин булғанса ныҡ итеп санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәүҙе һораны. Улар фекеренсә, беҙ инфекцияға еңел ҡарай башланыҡ. Республикала битлек режимы ла, социаль дистанция ла насар үтәлә, – тине ул. – Дәүләт учреждениелары, сауҙа, йәмәғәт транспорты – был урындарҙа битлек кейеү мотлаҡ.
Максим Забелин белдереүенсә, әле республикала яңы коронавирус инфекцияһы менән зарарланғандар нисбәте 100 мең кешегә 163,1 тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта дауаханаларҙа урындар һәм дарыуҙар менән проблема юҡ.
– Бөгөн “ковид” сирлеләр өсөн стационарҙарҙа дөйөм фондтың 43 процент урыны бар. Кәрәкле дарыуҙар, шәхси яҡланыу, дезинфекция саралары запасы ике айға етә, – тине ул.
Зубово ауылындағы махсус инфекция дауаханаһында булған 340 урындың 302-һендә сирлеләр ята, 28 кеше интенсив терапия бүлегендә.
Иҫеректәр ҡурҡыуҙы юғалтҡан
Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе тикшереү ҙә – оператив кәңәшмәнең мөһим өлөшө. Бер аҙна эсендә нисә кеше аварияларҙа үлгән, һыуға батҡан, янған? Бер мәғлүмәт тә ситтә ҡалмай.
Республиканың Юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев юлдарҙағы аварияларға бәйле хәлде һөйләне. Уҙған аҙнала республика юлдарында 88 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Уларҙа 85 кеше йәрәхәтләнгән һәм биш кеше һәләк булған. Йыл башынан алынған мәғлүмәттәрҙе ҡараһаң, аварияларҙа 208 кеше үлгән.
Алан Марзаев белдереүенсә, эскән килеш рулгә ултырыу осраҡтары бер ҙә кәмемәй. Быйылғы йылдың 22 июненән алып 1685 иҫерек водитель асыҡланған. Уҙған аҙна эсендә ундайҙар һаны – 177.
– Бик насар күрһәткестәр. Күпме һөйләйбеҙ, ЮХХДИ рейдтар үткәрә, ә иҫерек килеш рулгә ултырғандар һаны кәмемәй. Әгәр кешеләр иҫерек килеш йөрөй икән, был – ЮХХДИ эше. Ә авария булып, унда юл насар булһа, яҡтылыҡ етмәһә – беҙ ғәйепле. Кешеләр ҙә үҙҙәрен бигерәк яуапһыҙ тота.Тимәк, улар бер нимәнән дә ҡурҡмай. ЮХХДИ менән был йәһәттән эш дауам итһен, – тине Радий Хәбиров.
Бынан тыш, Радий Фәрит улы авариялар буйынса ла фекерен белдерҙе.
– Һандар һаман ҙур. Коронавирус арҡаһында ике-өс айҙа кеше бик йөрөмәй ине, хәҙер әүҙемлек башланды. Тимәк, хәл контролгә алынмаһа, юлда һәләк булғандар тағы артасаҡ. Быға юл ҡуйылмаһын, – тине төбәк етәксеһе.
Үткән аҙнала – 15 ғүмер
Июль уртаһындағы аномаль эҫелек бик күп кешенең, шул иҫәптән балаларҙың батып үлеүенә килтерҙе. Үткән аҙнала көндәр сағыштырмаса һалҡын торҙо, күпләп ямғыр яуҙы. Тимәк, һыуҙа батыуҙар ҙа кәмегәнме?
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров һуңғы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.
Шулай итеп, аҙна һалҡын булһа ла, 15 кеше батып үлгән. Әлбиттә, алдағы аҙналарҙағы кеүек 30-40-ар кеше түгел, шулай ҙа 15 тә бик ҙур һан.
Һыуға батып үлгәндәр һаны үтә ҙур һымаҡ күренһә лә, Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, Волга буйы федераль округында һәр 100 мең кешегә ҡарата батыусылар һаны буйынса Башҡортостан алтынсы урында.
– Быйыл 2010 йылдағы хәл ҡабатлана яҙҙы. Ул эҫе йәйҙә лә бик күп кеше батып үлгәйне. Беҙ хәлде тиҙ арала контролгә алырға тырыштыҡ. Даими рәүештә рейдтар үткәрәбеҙ, хакимиәт башлыҡтары, ауыл биләмәләре етәкселәре менән берлектә эшләйбеҙ. Аҙна һайын батҡандарға ҡарағанда ҡотҡарылғандар һаны арта. Саралар һөҙөмтә бирә, тик кешеләр ҙә яуаплы булһын ине, – тине Фәрит Ғүмәров.
– Һандарға ҡарап аптырап ултырам, былай уҡ йыраҡ ҡараған юҡ ине. 2000 йылда 520 кеше батып үлгән. Ҡот осҡос һандар. Статистикаға ярашлы кәмеү бара. Тик көрәш туҡтамаһын, быйыл һыуҙа үлемдәр бөтһөн. Һауа торошо ла үҙгәрештәр индерер, тип уйлайым, – тине Радий Хәбиров.
Әйткәндәй, янғындар буйынса был аҙнала күрһәткестәр һәйбәт. Республикала теркәлгән 106 янғында бер кешенең дә ғүмере өҙөлмәгән. Үткән йыл күрһәткестәре менән сағыштырғанда, янғындарҙа быйыл 30 кешегә кәмерәк үлгәндәр. Алты урман янғыны теркәлгән.
Барыһы ла планға ярашлы бара
Подъездар ремонты менән хәлдәр нисек икән? Бында ла коронавирус пандемияһы йоғонто яһағанмы? Был турала вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев һөйләне.
– Подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһы билдәләнгән ваҡытта тормошҡа ашырыласаҡ, – тине ул.
1 авгусҡа тиклем 663 подъезды ремонтлау эше тамамланырға тейеш. Был – дөйөм күләмдең өстән бер өлөшө.
– Әлеге ваҡытта 430 подъезда капиталь ремонт башҡарылған. 230-ында улар тамамланыу өҫтөндә. 1 сентябргә тиклем быйылға планлаштырылған күләмдең 70 проценты теүәлләнәсәк. Ә 1 октябрҙә эштәр тулыһынса тамамланырға тейеш, – тине Борис Беляев.
Вице-премьер фекеренсә, башҡарылған эштәрҙе контролдә тотоу буйынса ҡабул ителгән саралар нигеҙендә шуны әйтергә була: подъездарҙы капиталь ремонтлау билдәләнгән ваҡытта башҡарылып бөтәсәк.
2020 йылда программаға ярашлы 699 күп фатирлы йортта 2185 подъезд капиталь ремонтланырға тейеш. Эштәрҙең дөйөм хаҡы 708 миллион һум тәшкил итә. Киләһе йылда 776 йортта 2112 подъезд ремонтланасаҡ. Бының өсөн бюджеттан 880 миллион һум аҡса бүлеү күҙаллана.
Аҡсамы, ерме?
Республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы Финанстар министрлығы менән берлектә күп балалы ғаиләләргә һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бирелергә тейеш ер участкалары урынына аҡсалата компенсация биреү механизмын эшләп сығарған. Был турала Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская белдерҙе.
Башҡортостанда күп кенә ҙур муниципалитеттарҙың ҡала сигендә ер биреү мөмкинлеге сикле булыу арҡаһында ошондай закон ҡабул ителде. Шуға күрә республика власы 250 мең һумлыҡ аҡсалата компенсация бирергә ҡарар иткән. Ошондай компенсациялар күрше төбәктәрҙә лә бирелә икән. Мәҫәлән, Силәбе өлкәһендә – 250 мең һум, Свердловск, Ырымбур өлкәләре, Пермь крайында – 200-шәр мең һум.
Министр белдереүенсә, был аҡса тик торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн генә ҡулланыла ала:
- торлаҡ һатып алыу (шул иҫәптән төҙөлөү өҫтөндә булған);
- торлаҡ төҙөү (шул иҫәптән башланған төҙөлөштө тамамлау);
- ер участкаһы һатып алыу;
- ипотека кредитын һәм уның буйынса проценттарҙы ҡаплау (штраф һәм пеняларҙан башҡа).
Һатып алған торлаҡ йәки ер Башҡортостан биләмәһендә булырға тейеш.
Бындай хоҡуҡҡа эйә булған кешеләрҙә һайлау мөмкинлеге бар: йә ер, йә аҡса. Компенсация ғариза һәм аҡсаны тотоноу маҡсаттарын күрһәткән документтар нигеҙендә биреләсәк. Граждандар аҡсаны ҡулына алмаясаҡ, ул ойошма йәки банк иҫәбенә тура күсәсәк. Проект пилот режимында сентябрҙән ғәмәлгә инә. 2021 йылға тиклем мөмкин булған етешһеҙлектәр бөтөрөлөргә тейеш.
Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына, яңы закон уларҙы быға тиклем бүленгән участкаларға инфраструктура үткәреү бурысынан азат итмәй, тине.
Әлеге ваҡытта республикала ер алырға сиратта 16 мең ғаилә тора. Ер етмәү арҡаһында, был сара күптәргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙы тиҙләтеү мөмкинлеге бирәсәк.
Изге байрамды хәүефһеҙ үткәрәйек
Был йомала бөтә донъя мосолмандары изге байрамдарыбыҙҙың береһе – Ҡорбан байрамын ҡаршы алырға йыйына. Тик 2020 йылда таралған коронавирус пандемияһы бында ла үҙгәрештәр индермәй ҡалманы. Тормошобоҙға килеп ингән сикләүҙәр дингә һәм дини байрамдарға ла ҡағылды. Улар тәү сиратта дөйөм намаҙҙарға бәйле. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров байрамды үткәреүгә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.
– 31 июлдә мосолмандар байрамы – беҙ яратҡан Ҡорбан ғәйете буласаҡ. Йола буйынса был көндө кешеләр йыйыла, ҡорбан сала. Тик санитар-эпидемиологик талаптар ҡағиҙәләрен иҫәптә тотоп, беҙ байрамды нисек үткәреү буйынса руханиҙар менән фекер алыштыҡ, консультациялар үткәрҙек. Стандарттар күп. Мәҫәлән, дүрт квадрат метрға бер кеше тура килергә тейеш, мәсеттә йөҙҙән ашыу кеше булмаҫҡа тейеш һәм башҡалар. Быға бик ҙур иғтибар итегеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Ҡорбан салыу урындарында ла бар талаптар теүәл үтәлһен.
Республиканың Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин ҡорбан салыуға бәйле быйылғы ҡағиҙәләрҙе әйтеп үтте. Башҡортостандаң ҡала һәм райондарында ҡорбан салыу өсөн махсус майҙансыҡтар билдәләнәсәк. Өфөлә улар икәү – Зинино ауылы һәм Төньяҡ автовокзал янында буласаҡ.
– Күпселек ҡала һәм райондарҙа шулай уҡ махсус урындар әҙерләнәсәк. Беҙҙең республика был байрамда әүҙем ҡатнаша, йыл һайын уның ваҡытында 10 меңдән ашыу баш мал ҡорбанға килтерелә. Һәм был һандар арта ғына, – тине Азат Йыһаншин.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, быйыл Өфөлә ике мең самаһы баш мал салыу күҙаллана. Бынан тыш, коронавирус пандемияһы арҡаһында, быйыл күп фермерҙар руханиҙар менән берлектә муниципаль райондарҙа хайуандарҙы Өфөгә килтермәй генә махсус майҙансыҡтарҙа һуйырға планлаштырған. Бындай осраҡтарҙа ит айырым транспорт менән килтереләсәк. 45 муниципалитетта махсус урын әҙерләнгән, 18-ендә мал һуйыу хужалыҡтар биләмәһендә башҡарыласаҡ.
– Һуңғы ике йыл тәжрибәһе күрһәтеүенсә, малды берҙәм махсус әҙерләнгән майҙансыҡтарҙа һуйыу ыңғай һөҙөмтә күрһәтә. Ул кешеләр һәм руханиҙар араһында ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырмай. Процесс контролдә тотолғас, ҡулланыусы сифатлы һәм таҙа тауар ала, – тине ул. – Быйыл бөтә майҙансыҡтарҙа ла санитар-эпидемиологик талаптар үтәлергә тейеш. Мәҫәлән, Өфөлә мотлаҡ рәүештә килгән һәр кемдең тән температураһы үлсәнәсәк, ирекмәндәр битлектәр таратасаҡ. Райондар ҙа ошоларҙы эшләргә тейеш.