Новости
27 Июль 2020, 11:42

Бер нимәнән дә ҡурҡмайҙар...

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә һәр ваҡыттағыса ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе тикшереү менән башлана. Был авариялар, һыуға батыу, янғындар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һандар әлегә кәмемәй.

Республиканың Юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев юлдарҙағы аварияларға бәйле хәлде һөйләне. Уҙған аҙнала республика юлдарына 88 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Уларҙа 85 кеше йәрәхәтләнгән һәм биш кеше һәләк булған. Йыл башынан алынған мәғлүмәттәрҙе ҡараһаң, аварияларҙа 208 кеше үлгән.
Алан Марзаев белдереүенсә, эскән килеш рулгә ултырыу осраҡтары бер ҙә кәмемәй. Быйылғы йылдың 22 июненән алып 1685 иҫерек водитель асыҡланған. Уҙған аҙна эсендә ундайҙар һаны – 177.
– Бик насар күрһәткестәр. Күпме һөйләйбеҙ, ЮХХДИ рейдтар үткәрә, ә иҫерек килеш рулгә ултырғандар һаны кәмемәй. Әгәр кешеләр иҫерек килеш йөрөй икән, был – ЮХХДИ эше. Ә авария булып, унда юл насар булһа, яҡтылыҡ етмәһә – беҙ ғәйепле. Кешеләр ҙә үҙҙәрен бигерәк яуапһыҙ тота. Тимәк улар бер нимәмән дә ҡурҡмай. ЮХХДИ менән был йәһәттән эш дауам итһен, – тине Радий Хәбиров.
Бынан тыш Радий Фәрит улы авариялар буйынса ла фекерен белдерҙе. Йыл башында дәүләт комитетына аварияларҙа 400-ҙән ашыу кеше үлмәҫкә тейеш тигән бурыс ҡуйылғайны.
– Һандар һаман ҙур. Әгәр хәл үҙгәрмәһә, был күрһәткескә етеп булмаясаҡ. Коронаврус арҡаһында ике-өс айҙа кеше бик йөрөмәй ҙә торғайны, хәҙер әүҙемлек башланды. Тимәк, хәл контролгә алынмаһа, юлда һәләк булғандар тағы артасаҡ. Быға юл ҡуйылмаһын, – тине төбәк етәксеһе.
Фото: ЮХХДИ.
Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ber-nim-n-n-d--ur-may-ar-384325/
Читайте нас