Йәшел һуған организмдың ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығын арттыра, һалҡын тейгәндә ярҙам итә, холестеринды кәметә, ҡан тамырҙарын нығыта, тешкә файҙаһы ҙур. Антибактериаль һәләткә эйә булыу сәбәпле, ауыҙҙағы зарарлы микроорганизмдарҙы кәметә, стоматитты дауалай.
Йәшел һуғанда цинк күп, шунлыҡтан ҡатын-ҡыҙҙарҙың репродуктив системаһына уңай йоғонто яһай. Сәс, тырнаҡ, тире торошон яҡшырта.
Фолий кислотаһына бай булыу сәбәпле, ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға ла шифалы. Әммә хроник гастрит, ашҡаҙан, астма, гипертония, аллергия, үпкә ауырыуынан сирләгәндәргә йәшел һуған ашарға кәңәш ителмәй.
Һанаулы ғына көндәрҙән йәшел һуған орлоҡлана башлаясаҡ, шуға күрә уны хәҙер өлгөрөп ҡабып ҡал. Әйткәндәй, уңған хужабикәләр йәшел һуғанды турап, туңдырғыста ла һаҡлай. Ул үҙ тәмен һәм төҫөн юғалтмай, ҡышҡы көндәрҙә хуш еҫтәрен сығарып, аш-һыуығыҙҙы йәмләйәсәк кенә.