Новости
24 Июль 2020, 07:01

Сауҙа үҙәктәрен яңынан ябыуҙары ихтимал

Республика Хөкүмәтендә эре сауҙа селтәрҙәре вәкилдәре ҡатнашлығында республиканың сауҙа үҙәктәрендә һәм магазиндарында эпидемиологик хәлгә бәйле сараларҙы күҙәтеүгә арналған кәңәшмә үтте.

– Табиптар, инфекционистар, “Роспотребнадзор” идаралығы белгестәре менән кәңәшләшкәндән һуң ошондай фекергә килдек: инфекция таралыуға ҡаршы һөҙөмтәле көрәште дауам итеүҙең берҙен-бер ысулы – транспорт, магазиндар, дауаханалар, сауҙа үҙәктәре, фитнес-клуб кеүек зарарланыу хәүефе юғары булған урындарҙа ябай һаҡланыу ҡағиҙәләрен үтәргә. Бындай урындарҙа битлек режимы һәм социаль ара мотлаҡ булырға тейеш, биналарҙы даими эшкәртеп тороу фарыз, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров.
Билдәләнгән сараларҙы үтәүҙе күҙәтеү буйынса рейдттар 16 апрелдә башланғайны. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов хәбәр итеүенсә, 23 июлгә ҡарата мобиль төркөмдәр 41 меңдән ашыу ойошманы тикшереп, 643 протокол төҙөгән. Иң күп тәртип боҙоуҙар сауҙа өлкәһендә теркәлгән.
– Беҙ яңынан сауҙа учреждениеларын һәм башҡа йәмәғәт урындарын ябырға теләмәҫ инек. Әммә был күрелгән сараларҙың һөҙөмтәлелегенә һәм сауҙа үҙәктәренә килгәндәрҙең, хеҙмәткәрҙәрҙең был сараларҙы үтәүенә бәйле буласаҡ, – тине Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров.
Фото:
Автор: Рәмилә Мусина.
Читайте нас