Ул “Инстаграм” социаль селтәрендәге диуарында үҙенең ялы менән уртаҡлашып тора. Был юлы яңы видеояҙмаһында ул көслө ағастың йәшендән һуң да нисек үҫеп ултырыуына һоҡланып: “Йәшен һуҡҡандан һуң терелгән көслө ағас”, – ти. Был ағас өс йыл буйы ҡороп, яланғас ултырған, әммә һуңынан терелеп, үҫеүен дауам иткән.
Роликта Ләйсәндең олатаһы төшөрөлгән. Уға 85 йәш. Ошондай олпат йәштә булыуға ҡарамаҫтан, ул да ейәнсәренән һис тә ҡалышмай, бик теремек, хатта бейеп тә күрһәтә. Ләйсән дә олатаһы кеүек 85 йәштә шундай дәртле булып ҡалырға вәғәҙә итә.