Новости
24 Июль 2020, 07:04

Баллы ит бешереп ҡарағынығыҙ бармы?

Был ризыҡ өсөн 800 грамм һыйыр ите, 70 миллилитр соя соусы, бер аш ҡалағы бал, дүрт-биш тырнаҡ һарымһаҡ, ҡара борос кәрәк.

Тәүҙә итте бәләкәй киҫәктәргә бүләбеҙ. Шунан соя соусына ваҡланған һарымһаҡ, иретелгән бал, борос ҡушабыҙ.
Килеп сыҡҡан маринадты иткә ҡушып бер сәғәткә һыуытҡысҡа оҙатабыҙ. Артабан табаны йылытып итте биш-ете минут тирәһе ҡыҙҙырабыҙ. Маринад, һыу өҫтәп әҙер булғансы быҡтырабыҙ.
Өҫтөнә йәшел һуған һибеп өҫтәлгә ҡуябыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Znatprovse.ru
Автор: Рисаля Юмагулова.
Читайте нас