Бер көн салонға олатайым йәшендәге ир килеп инде. Ғәҙәти кейенгән: күлдәк, салбар һәм совет дәүеренән ҡалған сандалиҙа. Әммә бик бөхтә, һәйбәт итеп ҡырынған, күрмәлекле. ”Миңә никах балдағы кәрәк, һайлашығыҙ әле, ҡыҙҙар”, - тип өндәште. Мин аптырап ҡалдым, шулай ҙа ғәжәпләнеүемде белдермәҫкә тырышып: ”Икенсе тапҡыр өйләнәһегеҙме?” - тип һораным. Ул минән дә нығыраҡ аптыраны: ”Ниңә? Ни өсөн икенсе тапҡыр? - тине ул. - Тәүге мөхәббәтем һәм тәүге никахым. Тик миңә уны оҙаҡ көтөргә тура килде”. Әхирәтем менән бер-беребеҙгә ҡарашып, йылмайышып алдыҡ. Бындай романтиктар беҙҙә һирәк була!
“Бына ошо витринаға иғтибар итегеҙ. Бик шәп вариант, ҡарағыҙ әле,” - тип үҙемә оҡшаған балдаҡты күрһәтәм. Тик ул күҙ һирпеп кенә алды ла: ”Һеҙ миңә ошо балдаҡты күрһәтһәгеҙ ине,” - тип, бик ҡиммәтле аҡ алтындан яһалған балдаҡҡа төртөп күрһәтте. Әхирәтем менән тағы ҡарашып алдыҡ. ”Яҡшы, бик шәп, - тине кейәү кеше, - алам.”
Ир аҡса түләне лә беҙҙең менән хушлашып, күңелләнеп сығып китте. Беҙ “кейәү” өсөн бик шатландыҡ, тимәк, мөхәббәт өсөн йәш тә, сикләүҙәр ҙә юҡ...